-5 °С
Ҡар
Тағы бер бик яҡшы ашлама – ағас көлө. Унда йәшелсәләргә кәрәк булған күп матдәләр бар. Һыу һибер алдынан ҡоро көлдө саҡ ҡына үҫемлектең эргә-тирәһенә һалырға мөмкин. Төнәтмә эшләргә лә була. Бының өсөн 1 литр һыуға 2-3 ҡалаҡ көл һалып, 2 аҙна буйы төнәтәләр ҙә, һөҙөп алалар. Бер үҫемлектең төбөнә ярты литр иҫәбенән ҡоялар. Быны ике аҙна һайын ҡабатлау яҡшы.