Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Декабрь 2021, 15:25

ТЕЛЕФОНДЫҢ ДИНАМИКАҺЫН ТАҘАЛАЙЫҠ

#Һаҡмар_кәңәшитә Ваҡыт үтеү менән телефондың динамикаһы саң һәм бысраҡ менән тула. Был һөйләшкән саҡта ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Теге яҡ остағы әңгәмәсеңде ишетеп булмай башлай.  Кәңәш сайтта.

Уны таҙартыу өсөн теш щеткаһы, спирт, маляр скотчы һәм мамыҡ кәрәк була. Башта динамиканы теш щеткаһы менән таҙартығыҙ. Унан спирт менән һөртөп алығыҙ. Аҙаҡ маляр скотчын өҫтөнә йәбештереп, ҡапыл һыҙырып алығыҙ. Ярҙам итергә тейеш.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: