-2 °С
Болотло
Татлыбай ауыл хакимиәте кисә ауыл халҡы өсөн ифтар уҙғарҙы. Изге теләктәрен әйтеп, иман йортона бүләк тә тапшырҙылар. “Һый-хөрмәттәре, яҡты йөҙҙәре, изге теләктәре өсөн ауыл хакимиәтенә, ихлас аш-һыу әҙерләшкән ҡатын-ҡыҙҙарға, балалар баҡсаһы коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булып, сауаптарын насип итһен!” - тип хәбәр итте мәғариф ветераны Фәниә Ринат ҡыҙы.
Һуңынан оло йәштәгеләргә он таратылған. Ифтарға килә алмаусыларҙың өйҙәренә алып барып күстәнәс тапшырғандар.