Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
5 Март , 10:30

Ифтар – сауаплы мәҗлес

Изге Рамаҙан айында мәсеттәрҙә, өйҙәрҙә ифтар аштары уҙғарыла. Был - бик күркәм һәм сауаплы ғамәл. Ошо көндәрҙә...

Изге Рамаҙан айында мәсеттәрҙә, өйҙәрҙә ифтар аштары уҙғарыла. Был - бик күркәм һәм сауаплы ғамәл. Ошо көндәрҙә Аҡморон ауылы мәҙәниәт йортонда, китапханала ифтар мәжлесе үтте.
Мәҙәниәт йортонда быға ҡәҙәр эшләгән Ғәле Сәйетғәле улын, Зилә Әнүәр ҡыҙын, Миңзәлә Нурислам ҡыҙын, Оля Михаиловнаны, Рәмилә Марат ҡыҙын, Иван Васильевичты һәм ”Ағинәй” ойошмаһы ағзалары Роза Мағаз ҡыҙын, Нәзирә Абдулла ҡыҙын, Фазила апайҙың яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып, уларҙың рухтарына аяттар бағышланыҡ. Махсус хәрби операцияның тиҙерәк бөтөүен теләп доғалар ҡылынды. Доғаларыбыҙ ҡабул булһын, быйылғы йыл һәр беребеҙгә һаулыҡ, шатлыҡ, муллыҡ килтерһен, илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Киләһе йылда ла һаулыҡта осрашырға насип булһын!

Ифтар – сауаплы мәҗлес
Ифтар – сауаплы мәҗлес
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас