Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтулЛаһи үә бәрәкәтүһ. ӘлхәмдүлиЛләһ, Аллаһ Тәғәләнең киң рәхмәте менән 6 декабрь Муллаҡай ауылы мәсетендә дүрт ауыл балалары араһында "Иман Нуры" конкурсы үткәйне.
Сарала 32 бала ҡатнашты. Шулар араһынан иң көслө тип баһаланған балалар район кимәлендә үткәрелгән конкурста көс һынашып, үҙҙәренең ғилемен иҫбатланы.
6-8 йәшкә тиклемге төркөмдә - ҡыҙҙар араһында Шагивалеева Мөслимә 1 урын.
9-12 йәшкә тиклемге төркөмдә - ҡыҙҙар араһында Шагивалеева Мәликә 1 урын, Мухаметшина Зөлхизә 3 урын . Мусина Мәликә Азат ҡыҙы Баймаҡ районы ҡоролтайы тарафынан маҡтау ҡағыҙы, Сынгизова Асия, Мухаметшина Имангөл, малайҙар араһында Халиков Динислам дәртләндереү бүләктәре алдылар.
13-16 йәшкә тиклемге балалар араһында ҡыҙҙарҙан Шагивалеева Азалия 1 урын.
Малайҙар араһында Ишбулатов Ильсав 1 урындар алып аҡсалата бүләкләнделәр.
Беренсе урын алған балаларҙы алда әле тағын ҙур һынау көтә, Йылайыр район үҙәгендә, Урал аръяғы зонаһы кимәлендә үтәсәк "Иман нуры" конкурсында ҡатнашасаҡтар ин шәәлЛаһ.
Аллаһ Тәғәлә уларға еңеллектәр бирһен, ғилемдәрен арттырһын һәм юлдарын асһын