Бихисап хәҙистәрҙә бәйән ителгәнсә, был айҙа Йәннәт ишектәре асыла, Йәһәннәм ишектәре ябыла, шайтандар сынйырлап ултыртыла, изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дәрәжәләре күтәрелә, уларҙың гонаһтары ғәфү ителә, Раббыбыҙҙың ниғмәттәре ишәйә. Был мөбәрәк айҙа Пәйғәмбәребеҙ үҙе лә ураҙа тотҡан, сәхәбәләренә лә быны бойорған. Кем был айҙы камил иман һәм өмөт менән ураҙа тотоп үткәрә, шуның элекке гонаһтары ғәфү ителер, тип хәбәр иткән. Шулай уҡ кем Рамаҙан айын камил иман һәм өмөт менән төнгө намаҙҙар ҡылып үткәрә, шуның алдағы гонаһтары ғәфү ителер, тип шатландырған. Был изге айҙа Ҡәҙер кисе бар, кем шул төндө ғибәҙәттәр менән, камил иман һәм өмөт менән үткәрә, шуның алдағы гонаһтары юйылыр, тип һөйөндөргән беҙҙе Аллаһ рәсүле Мөхәммәт Мостафа! Был мөбәрәк айҙы ҡәҙерләп, файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ.
Аллаһтан ҡурҡыуҙы – тәҡүәне – күңелдәребеҙҙә тәрбиәләйек. Ысынлап та, Аллаһтан ҡурҡа белмәгән кешелә һис тә хәйер булмаҫ. Аллаһтан ҡурҡыу – етешһеҙлек түгел, ул бер кешенең икенсеһенән ҡурҡыуы менән бәрәбәр түгел. Тик Аллаһтан ҡурҡыу – ул мосолман сифаты, ә Аллаһтан ҡурҡмау – ул кафырҙарға хас нәмә. Аллаһтан ҡурҡмаусы кешене ҡыйыу кеше тип уйламағыҙ – ундайҙарҙы Аллаһ Тәғәлә бар нәмәнән дә ҡурҡытыр, ә кем тик Аллаһтан ҡурҡһа, ул кеше башҡа бер кемдән дә, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫ! Тәҡүәне үҫтереүсе изге сараларҙың береһе – ураҙа тотоу.
Әйҙәгеҙ, хәҙистәргә иғтибар итәйек. “Аллаһ Тәғәлә: “Әҙәм балаһының бар эштәре лә – үҙе өсөн. Ураҙа иһә – Минең өсөн, һәм уның сауабын Үҙем бирәсәкмен!” – тигән. Ураҙа – ул ҡалҡан, һәм, кемегеҙҙер уны тотһа, ирешмәһен һәм тауышланмаһын, ә уның үҙен кемдер әрләй башлаһа йә ҡаршы һуғышырға ынтылһа, “Мин – ураҙала!” тип әйтһен. Мөхәммәттең йәне ҡулында булған (Аллаһ) менән ант итәм: ураҙалы кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ хозурында мисек еҫенән дә тәмлерәк! Ураҙа тотҡан кешенең ике һөйөнөсө булыр: ауыҙ асҡанда ифтарына ҡыуаныр, Раббыһын осратҡан көндә иһә ураҙаһы өсөн шатланыр” (әл-Бохари, Мөслим).
Был хәҙистең имам Мөслим килтергән риүәйәтендә шундай өҫтәмә бар: “Әҙәм балаһының һәр эше өсөн сауап ун ҡаттан ете йөҙ ҡатҡа тиклем арттырылыр, әммә Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: “Ураҙанан башҡа, сөнки ул – Минең өсөн, һәм уның сауабын Үҙем бирәсәкмен! Кеше бит үҙ теләктәренән һәм ашамлығынан Минең өсөн баш тарта”.
Эй, мосолман ҡәрҙәшем! Был мөбәрәк айға тиклем йәшәп етеүең, бәлки, һинең Йәннәткә инеү өсөн иң ҙур, ләкин һуңғы форсатыңдыр... Киләһе йылға тиклем йәшәп етеүебеҙ гарантияланмаған. Ошо көнгә тиклем намаҙҙарға, ураҙаға, зәкәткә, ғөмүмән, дингә вайымһыҙлыҡ күрһәткән булһаң, йәшәйешеңде үҙгәрт! Шәүлә кеүек донъяуи теләктәр артынан сабыуыңды туҡтатып тор. Сауҙа, бурыстар, бизнес, төҙөлөштәр тураһында уйҙарыңды икенсе рәткә ҡуй ҙа, йөрәгеңде Ахирәткә йүнәлт. Йылдың ниндәйҙер айында беҙҙең иманыбыҙ нығыраҡ булырға тейеш бит, ә шул ай Рамаҙан булмаһа, икенсе ваҡыт була алырмы икән?..
Тағы бер хәҙистә шулай тиелгән: “Кем Аллаһ юлында бер көн ураҙа тота, шуның йөҙөн Аллаһ Тәғәлә уттан етмеш йылға йырағайта” (әл-Бохари, Мөслим). Әбү Үмәмә исемле сәхәбә, Пәйғәмбәребеҙгә: “Миңә берәй ғәмәл бойор, һинән алып ҡалайым”, – тигәс, шундай яуап ишеткән: “Ураҙа тот, уға тиң нәмә юҡ!” (ән-Нәсәи). Йәнә лә Пәйғәмбәребеҙ: “Йәннәттә “Раййән” тип аталған бер ишек бар, Ҡиәмәт көнөндә уның аша ураҙа тотоусылар инеп китер, ә уларҙан башҡа бер кем дә үтә алмаҫ...” – тигән (әл-Бохари, Мөслим).
Шулай итеп, Рамаҙан айында беҙгә таҙарыныу өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн үкенеп, тәүбә ҡылып, ураҙаға кереп китәйек. Әгәр бынан алда намаҙ уҡымаған булһағыҙ, уны тиҙерәк өйрәнеп алығыҙ. Рамаҙан айында шайтандар бығаулана, тимәк, уларҙың тәьҫире кәмей – шундай ваҡытты файҙаланып ҡалырға ашығайыҡ! Бөтә Ислам донъяһы Ҡөрьәнгә, намаҙҙарға, зикергә бирелгәндә, ситтә ҡалмайыҡ!
Ураҙа тотоусының әҙәбе тураһында ла һөйләп үтәйем. Ул таң атыуҙан (иртәнге намаҙ башланғандан) ҡояш байығансы (аҡшам намаҙы еткәнгә тиклем) ашамаҫҡа, эсмәҫкә, енси яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа тейеш. Ләкин ғибәҙәтебеҙ был ғәмәлдәр менән генә сикләнмәй – ураҙалағы кешенең рухи хәләте лә башҡа көндәрҙәгенән айырылып тороуы мөһим. Шуға ла бит “ирешмәһен, яһил кеше һымаҡ ҡыланмаһын” тип бойоролған. Джәбир исемле ғалим шундай кәңәш биргән: “Ураҙа тотһаң, ҡолаҡтарың, күҙҙәрең, телең дә ураҙала булһын. Ялған һүҙҙәрҙе һәм гонаһтарҙы ташла, күршеңде рәнйетмә, ҡиәфәтеңдә етдилек һәм тыныслыҡ күренһен. Ураҙалағы көнөң менән ябай көнөңдө бер иш, оҡшаш итмә”.
Ураҙаға кермәҫ борон сәхәр эсеү хуп күрелә (иң аҙында һыу ғына булһа ла йотоп алығыҙ). Был турала Пәйғәмбәребеҙ: “Сәхәр ашағыҙ (эсегеҙ). Сәхәрҙә бәрәкәт бар!” – тигән (әл-Бохари, Мөслим).
Шулай уҡ ураҙа әҙәптәренең береһе – ауыҙ асыуҙы иртәрәк башлау. Пәйғәмбәребеҙ: “Кешеләр, фытрҙарын иртәрәк ҡылһалар, хәйерле эштән өҙөлмәҫтәр”, – тигән (әл-Бохари, Мөслим).
Ауыҙ асҡан ваҡытта “Ҙәһәбәҙ-ҙамә, үәбтәлләтил ғүруҡ, үә ҫәбәтәл әджру ин шәә Аллаһ” (“Һыуһын ҡандырылды, тамырҙар һыуланды, сауап тороп ҡалды, ин шәә Аллаһ”) тип әйтеү хуп күрелә.
Сәхәрҙән фытрға тиклем күберәк доғалар ҡылырға тырышығыҙ – бер көслө хәҙистә әйтелгәнсә, ураҙа тотоусының доғаһы кире ҡағылмай, ҡабул була. Шулай уҡ Рамаҙан айында мосолмандар мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙы ҡыла. Ул – һигеҙ йәки егерме рәкәғәттән торған, Рамаҙан айына ғына хас булған сөннәт намаҙы. Тәрәүихте уҡыу фарыз булмаһа ла, кеше сауап йыйыуҙың был форсатын юғалтмаҫҡа тейеш. “Кем Рамаҙан айында ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡыла, шуның бынан алда булған гонаһтары ғәфү ителер...” – тиелгән бит.
Ниндәйҙер сәбәптән тәрәүихте мәсеттә ҡыла алмаһаң, уны үҙ өйөңдә яңғыҙ йәки ғаилә ағзалары менән дә уҡырға мөмкин.
Рамаҙан – Ҡөрьән иңдерелгән ай. Шуға был ваҡытта Изге Китапты мөмкин ҡәҙәр күберәк уҡырға кәрәк. Әүәлге хаҡ мосолмандар Рамаҙан айы етеү менән Ҡөрьәнгә тотонған һәм уны кемеһелер – өс, кемеһелер ете көндә хәтем ҡылыр булған.
Шулай уҡ Рамаҙан айында ураҙа тотоусоларҙы саҡырып ауыҙ астырыу – ҙур изге ғәмәл. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ: “Кем ураҙа тотоусыға ауыҙ астыра, шуға уның әжере ҡәҙәр сауап яҙылыр, бер үк ваҡытта ураҙа тотҡан кешенең әжере лә кәмемәҫ”, – тигән (әт-Тирмиҙи).
Аллаһ Тәғәлә киләсәк ураҙабыҙҙы ҡабул ҡылып, Рамаҙанға тиклем булған хәлебеҙҙе үҙгәртһен, күңелдәребеҙҙе таҙартып, иманыбыҙҙы тағы ла арттырһын! Әмин.
“Йома хөтбәләре” китабынан.