Кисә Таулыҡай мәктәбендә, ислам динендәге бишенсе фарыз ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ, Рауил хажи Сәлихов һәм Таңһылыу хажиә Сәлихова менән "Хаж ғәмәле -ябай сәфәр түгел" тип исемләнгән фәһемле осрашыу үтте. Осрашыуҙа улар сәфәрҙәре ваҡытында булған мөғжизәле лә, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла ваҡиғалары менән уртаҡлаштылар. Изге урындарға нисек барыу ҡағиҙәләрен аңлаттылар. Хажға барғансы һәм унан ҡайтҡандан һуң үҙгәрештәре хаҡында, был изге ерҙәрҙә күп нәмәне аңлай башлайһың, тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнәһең тип тәҫьораттары менән бүлеште улар. "Донъялар тынысланып, хәленән килгән һәр кемгә, ошо оло фарызды тормошҡа ашырырға яҙһын",-тигән теләктәрен белдерҙе изге урындан ҡайтыусылар.
Сараның икенсе өлөшө сәй табыны артында дауам итте. Барыбыҙға ла алыҫтан алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуынан ауыҙ итеү бәхете тейҙе. Һыйлы табын артында һөйләшеп, ауылыбыҙ киләсәге өсөн эшләнәсәк эштәр, изге доғалар менән үрелеп барҙы сәй табыны.
Ошондай тәрбиәүи һәм фәһемле осрашыу ойоштороусы барлыҡ мәғариф ветерандарына, Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙына, Сәүиә Ғилметдин ҡыҙына, Дилә Байрамғол ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һынауҙарҙы үтеп, доғалар ҡылып, ҙур тырышлыҡ менән ҡылған хаж ғәмәлдәре ҡабул булһын ҡәрҙәштәребеҙҙең. Һәммә мосолманға ла изге ғәмәлде үтәргә яҙһын!
#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#ТрезвоеСело2024
#ТрезвоеСелоБаймакскийРайонВерхнетавлыкаево
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир