-11 °С
Болотло
Рамаҙан айынан ҡала иң оло дини байрамдарыбыҙҙың береһе Ҡорбан ғәййете яҡынлаша. Ошо уңайҙан беҙҙең Йомаш ауылы мәсетендә ҙур өмәләр үтте. Мәсеттең баҡса рәшәткәләрен буяп, балаҫтарын ҡағып, мәсеттең эсен сафландырып ҡуйҙыҡ. Ошо өмәлә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙға ҙур рәхмәт. Аяҡ - ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, кәефтәрегеҙ шәп, һау булығыҙ. Мәсеттә үткән сараларҙа ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙҙы әйҙәп йөрөүсе ағинәебеҙ Сания Хәбиб ҡыҙына ҙур рәхмәт. Сауаптарын насип итһен, илдәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ, уҡыған намаҙҙарыбыҙ, биргән саҙаҡаларыбыҙ ҡабул булһын ин шә Аллаһ. Ауылыбыҙ мәсете ҙур байрамыбыҙҙы ҡаршы алырға әҙер. Хәҙисә Райманова.