Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
10 Апрель , 17:43

Сәйғәфәрҙә ураҙа байрамы үтте

Балалар ҙа дин буйынса белемдәрен күрһәтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Хөрмәтле ауылдаштар! Барығыҙҙы ла Ураҙа байрамы менән ҡотлайым! Аллаһ ризалығы өсөн тотҡан ураҙаларыбыҙҙы теләгән теләктәребеҙҙе, Аллаһ Үҙе риза булып, ҡабул итһен ине! 🤲 Ошо изге көндә һәм киләсәктә бер - беребеҙгә тағы ла яҡыныраҡ, мәрхәмәтле, рәхмәтле булып һаулыҡта, байлыҡта, именлектә бәхетле йәшәргә насип итһен ине! Эшләгән эштәребеҙ уң, йорттарыбыҙ ҡотло, аҡсаларыбыҙ бәрәкәтле, ризыҡтарыбыҙ татлы, кейгән кейемдәребеҙ затлы, үҙебеҙ абруйлы, балаларыбыҙ парлы, ғаилә именлегендә осрашып, күрешеп, аралашып, йәшәргә насип булһын ине 🤲🤲🤲 Ир - егеттәребеҙ имен - аман, еңеү яулап ҡайтһындар ине Барыбыҙға ла иман ныҡлығы, йән - тән тыныслығы теләйем. 😘😘❤️ Бөгөн "Нур" мәсетендә матур Ураҙа байрамы үткәрелде. Уҡыусылар үҙҙәренең мәсеткә йөрөп алған дини белемдәре менән бүлештеләр. Байрам бүләктәрен алып ҡыуандылар. Баймаҡта йәшәүсе Ғәлим ағайҙың ебәргән ҡорбан ите тәмле һәм татлы булды. Сауаптарын насип итһен. Бер ай ураҙа күҙ асып йомғансы үтеп тә китте, киләһе Рамаҙан айына тиклем хуш бул Ураҙа!🤲🤲🤲 Һине һағынып көтөп ҡалабыҙ. Лена Алсынбаева.

Сәйғәфәрҙә ураҙа байрамы үтте
Сәйғәфәрҙә ураҙа байрамы үтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: