*Әғүҙү биЛләһи минәш-шәйтани-р-раджиим* - Шайтандың яуызлығынан Аллаһҡа һыйынам. (Шайтан тураһында һүҙ сыҡҡанда, ҡыҫҡартып "Әғүҙү билләһ" тип тә әйтергә мөмкин)
*Бисмилләһи-рРахмәни-рРахиим* – Рәхимле, Мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән (башлайым)
*СүбхәнәЛлаһ* - Аллаһ барлыҡ кәмселектәрҙән пак
*әлхәмдүлиЛләһ* - барлыҡ маҡтауҙар Аллаһҡа (йәки *Аллаһҡа шөкөр*)
*ләә иләәһә иллә-Ллаһ* - Аллаһтан башҡа (табыныуға лайыҡлы) һис бер илаһ юҡ
*Аллаһү әкбәр* - Аллаһ бөйөк!
*Мәә шәә Аллаһ* - Аллаһ шулай теләгән (Аллаһ шулай яратҡан)
*Ин шәә Аллаһ* - Аллаһ ҡушһа, Аллаһ теләһә (Ул нисек теләй - шулай була)
*ӘстәғфируЛлаһ* - Аллаһтан ғәфү итеүен һорайым
*Аллаһ Субхәнәһү үә Тәғәлә* - Аллаһ бар нәмәнән Саф һәм Юғары (Бөйөк)
*БәракәЛлаһу фикүм*- Аллаһ *һеҙгә* бәрәкәт бирһен!
*БәракәЛлаһу фикә* - Аллаһ *һиңә* бәрәкәт бирһен! (ир кешегә әйтелә)
*БәракәЛлаһу фики* - Аллаһ *һиңә* бәрәкәт бирһен! (ҡатын-ҡыҙға әйтелә)
*ХәсбүнәЛлаһ* - Беҙгә Аллаһтың ярҙамы етә
*ДжәзәкәЛлаһу хайран* - Аллаһ һиңә әҗерен (яҡшыһын) бирһен! (ир кешегә әйтелә) *ДжәзәкиЛләһү хайран* (ҡатын кешегә әйтелә)
*ДжәзәкүмүЛлаһү хайран* (күмәк ир кешеләргә әйтелә)
*ДжәзәкүннәЛлаһү хайран* (күмәк ҡатын-ҡыҙға әйтелә)
*Аллаһү әғләм* – Аллаһ Белеүсе
*СалләЛлаһү ғәләйһи үә сәлләм* - уға Аллаһтың сәләме һәм рәхмәте булһын! (Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ ҡарата әйтелә)
*РадыйәЛлаһү ғәнһү* - Аллаһ унан риза булһын (сәхәбә ир кешеләрҙе иҫкә алғанда әйтелә)
*РадыйәЛлаһу ғәнһә* Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡатындарын, сәхәбә ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫкә алғанда әйтелә
*РахимәһүЛлаһ* - ғалимдарҙы иҫкә алғанда әйтелә.
-4 °С
Болотло