Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ноябрь 2025, 15:30

Хәтер кисәһе үтте

Мерәҫ ауыл китапханаһында алдынғы комбайнер, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, "Халыҡтар дуҫлығы" ордендарына эйә булыусы Ямантаев Ғәбит Ғәббәс улының тыуыуына быйыл 90 йыл тулыу уңайынан " Ял белмәҫ ялан батыры" исемле ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте...

Мин яратҡан бик күп һөнәрҙәр бар —
Уҡытыусы, йырсы, төҙөүсе...
Әммә йөрәгемдең гел түрендә
Ул бер үҙе — иген игеүсе...
Мерәҫ ауыл китапханаһында алдынғы комбайнер, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендарына эйә булыусы Ямантаев Ғәбит Ғәббәс улының тыуыуына быйыл 90 йыл тулыу уңайынан " Ял белмәҫ ялан батыры" исемле ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте.
Кисәлә данлыҡлы игенсе менән бер йылдарҙа эшләүсе Мухаметшин Салауат Хабибрахман улы, Исрафилов Фрунзе Хиҙиәт улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре , биология фәндәре кандидаты Ситдиков Илшат Хәмит улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Бикметов Ирек Ниғәмәт улы, КФХ етәксеһе Яхин Рәшит Риза улы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мухаметшин Азамат Салауат улы, хеҙмәт ветерандары Байрамгулов Рафаэль Бәҙретдин улы, Асмандияров Әхәт Ибраһим улы, Надербаев Мәһәҙей Мөхтәр улы, Худайбердин Алтынғужа Насибулла улы, Латыпов Рәмил Ғиниәт улы, Шафикова Фәйрүзә Мирза ҡыҙы, Алибекова Сафура Зәкир ҡыҙы, Латыпова Әнүзә Зәкир ҡыҙы, махсус хәрби операция яугире, Ғәбит Ғәббәс улының ейәне Ямантаев Шәриф Урал улы, бер туғандары, балалары, ауылдаштары ҡатнашып, матур, йылы хәтирәләре менән ихлас бүлештеләр. Балалары башҡарыуындағы "Ялан батыры" йыры игенсе атайҙарына дан булып яңғыраһа, Рәсимә Ғәбит ҡыҙы атаһына арнап яҙған шиғырын уҡып хайран ҡалдырҙы.
Кеше яҡты донъяға мәңгелеккә килмәй, шуға күрә һине иҫләрлек,һоҡланып һөйләрлек, Ғәбит Ғәббәс улы кеүек, матур хәтирәләр ҡалырлыҡ тормош юлы үтеү - үҙе батырлыҡ.

Рафиға Ғазина, китапханасы.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас