Тәүҙә милицияла, һуңынан үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, полицияла эшләгән подполковник Фәрит Әхмәтғәли улы менән оҙаҡ йылдар бергә хеҙмәттәшлек иттек. Тәүлек әйләнәһенә халыҡ именлеге һағында торған хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре менән рейдтарға сыға торғайныҡ. Бөгөн ул – отставкалағы офицер, подполковник. Алтын юбилейы уңайынан Фәрит Моратовты “Һаҡмар” ҡунағы”на саҡырып, һорауҙарыбыҙҙы бирҙек. Һәр ваҡыт кешегә ярҙамға килергә әҙер булған, ихлас, эскерһеҙ, ябай шәхестең артында шундай бай тормош тәжрибәһе ятыуын күреп, ғәжәпләнгән минуттар ҙа булды. Уның һәр ваҡыт көләс, яҡты йөҙөн күреп, тормош уға еңел бирелгәндер, тип уйларға мөмкин. Ләкин тап шул һынауҙарҙы уңышлы үткәне, алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән атҡарып сыҡҡаны, донъяға һөйөү менән бағып, тормошто яратып ҡабул иткәне өсөн дә ул бөгөн шундай асыҡ һәм тыныс күңел менән йәшәй һәм эшләй.
– Фәрит Әхмәтғәли улы, һеҙ хоҡуҡ һаҡлау органдарында оҙайлы йылдар хеҙмәт итеп, был эштең әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татығанһығыҙҙыр. Районда тәртип булдырыу маҡсатында һеҙ утты ла, һыуҙы ла кискән кеше. Нисә йыл хеҙмәт иттегеҙ?
– Армияны ла иҫәпләгәндә егерме алты йыл ғүмеремде ошо һөнәремә бағышланым. 2007 йылдан район-ара ведомствонан тыш һаҡ бүлеге начальнигы булып эшләй башланым. 2011 йылда Баймаҡ эске эштәр бүлегенә күсерҙеләр. 2006 йылда БДУ-ның юриспруденция факультетын тамамланым. 2020 йылда полиция хеҙмәткәре булараҡ, хаҡлы ялға сыҡтым.
– Хәтерегеҙҙә ниндәй хәл-ваҡиға ныҡ һаҡланып ҡалған?
– Бер төн патруллек иткәндә, Крәҫтиән урамынан үтеп барғанда күҙ ҡырыйы менән генә өйҙә яҡтылыҡ сағылып ҡалғандай булды. Нимәлер мине шунда туҡтатты. Машинаны артҡа биреп ҡараһам, тәҙрәлә ут балҡый. Эргәмдә ултырған напарникка янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға ҡуштым да үҙем өйгә ташландым. Бер тәҙрәнең ябыуы тышҡы яҡтан ҡапланып, йоҙаҡ эленгәс, кеше йәшәмәгән йорт, тип уйланым. Шул ваҡыт бәләкәс кенә ҡулдың тәҙрәгә һуғыуын күреп, терт итеп ҡалдым. Напарникка бында кеше бар, тип ҡысҡырҙым. Ул “Ашығыс ярҙам” саҡырҙы. Тәҙрәне ярып, ҡырҡыла-ҡырҡыла эскә индем. Дүрт йәштәге бер ҡыҙҙы алып сыҡтым. Башҡа кеше юҡ һымаҡ ине. Теге бала иҫенә килеп: “А-а-а”, - тип нимәлер әйтергә маташа. Аңлап ҡалдым, эстә ҡустыһы ҡалған икән. Кире өйгә инеп, карауат аҫтына йәшенгән баланы сығарҙым. Ата-әсәләре йылытҡыс ҡуйып, ҡунаҡҡа киткән булған, ут шунан сыҡҡан.
Тағы ла бер шулай уҡ патруллек иткәндә район китапханаһында янғын сыҡты. Беҙҙең бүлектең хеҙмәткәрҙәре тәүгеләрҙән булып ярҙамға ташланды. Янғын һүндереүселәр килгәнгә ҡәҙәр икенсе һәм өсөнсө ҡатта йәшәүселәрҙе эвакуациялап өлгөрҙөк.
– Бер һыйырҙың ботонан машинаға тағып, һөйрәтеп урлап ҡасып барған енәйәтселәрҙе эҙәрләкләп барҙыҡ, тигәнеҙ хәтерҙә ҡалған...
– Эйе, мин полицияла эшләгән осорҙа Баймаҡта һәм күрше райондарҙа мал урлау көслө булды. Силәбе, Ырымбур өлкәләренән енәйәт төркөмдәре беҙҙең районда иркен “эш” итте. Һеҙ иҫкә алған осраҡта, ул һыйырҙың һөйрәлеп барып, эсе аҡтарылып сыҡҡан ине, быҙауларға ла ваҡыты еткән булған. Беҙ уларҙы арттарынан ҡыуып, Ырымбурға тиклем барып еттек.
– Мал ҡараҡтарының эше судҡа ҡәҙәр барып еткән осраҡтар күп булдымы?
– Әлбиттә. Сөнки коллектив менән һуңғы һөҙөмтәгә тиклем эшләнек. Участковыйҙар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, енәйәт бүлеге, башҡа бүлек хеҙмәткәрҙәре енәйәти эште асыҡлау өсөн тәүлек әйләнәһенә, аҙналап, хатта айлап өйгә ҡайтмаған саҡтар була торғайны. Бер шулай Баймаҡтан шулай йылҡы урлаусыларҙың арттарынан төшөп, Ырымбурға барып сыҡтыҡ. Асыҡланыуынса, унда Хәйбулла районынан да яҡынса йөҙ баш йылҡы булған. Енәйәтселәр суд алдына баҫты.
– Мал ҡараҡтары беҙҙең районда нисек иркен “эш” итә алды икән?
– Сөнки улар араһында оҙатып йөрөгән Баймаҡ кешеләре лә булды. Силәбе, Ырымбурҙан килгән бурҙар менән улар бергә йөрөй. Малдың хужаһы, бына минең малым, тип торһа ла, кире ҡайтара алмаған саҡтар булды. Сөнки бурҙар һатып алдым, тип аттарға үҙ билдәһен һалып өлгөрә ине. Ә бер ваҡыт Сибайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм тағы ла Баймаҡтан булған енәйәтселәр төркөмөнөң беҙҙең районда мышыны атып алған ине. Эҙләнеү эше беҙҙе Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһына алып китте. Юғары вазифа биләгән кеше ине ул. Ҡатлы йортҡа барып туҡтаныҡ. Уның өйҙә икәнен асыҡланыҡ. Әммә ҡапҡаһын астыра алманыҡ. Ике тәүлек һаҡланыҡ. Аптыраған көндән шул ҡаланың прокурорына ярҙам һорап барҙым. Нисек эш итеүебеҙгә ул шул ҡәҙәр ғәжәпләнде. Шунан: “Әгәр беҙҙә лә шундай полицейскийҙар эшләһә, беҙҙә лә мышы булыр ине”, - тине һәм ярҙам итәсәген белдерҙе. Кире теге йортҡа барыуыма бөтә тиҙ ярҙам хеҙмәте шунда ине. Штурмлай башлағайныҡ, йорт хужаһы ишеген үҙе асты. Ә ул был ваҡытҡа мышыны ваҡлап турап, канализация аша ағыҙып өлгөргән ине. Ләкин ҡылған енәйәтен таныны һәм суд алдына баҫты.
– Ҡорал ҡулланған осраҡтар булдымы?
–Райондың бер ауылы эргәһендә өс баш малдың тиреһен дә һыҙырмай, ҡул-боттарын ғына бысып алып, машиналарына тултырғандар. Үҙҙәрен һунарсы тип таныттылар. Мылтыҡтарын тикшерәбеҙ, тигән һылтау менән тартып алдыҡ та, йәшерҙек. Беҙ өс хеҙмәткәр, ә улар – алтау. Өҫтәүенә, шундай агрессив хәлдә инеләр. Үҙебеҙҙең табель ҡоралын күрһәтеп алырға тура килде. Полиция бүлегенә алып килдек. Баҡтиһәң, улар беҙҙең районда бер нисә йыл шундай енәйәт эше алып барған булған.
– Һеҙгә янағандары булдымы?
– Эйе, ҡурҡытып та, “һатып” та алырға теләүселәр булды. Шул уҡ мине ваҡытында туҡтаттығыҙ, тип рәхмәт әйтеүселәр ҙә бар. Бер шулай төндә ғаилә низағы, тип саҡырыу булды. Барҙыҡ, ишекте асыуым булды, сикәмде һыҙып балта үтеп китте. Ярай ҙа ныҡ эләкмәне. Икенсе юлы һыҙырылып ятып ҡалдым.
– Ҡыҙыу нөктәләргә командировкаға булдығыҙмы?
– Төньяҡ Кавказ төбәгендә һигеҙ ай йөрөнөм. Әйткәндәй, 1994-1997 йылдарҙа Балтик һәм Төньяҡ хәрби диңгеҙ флотында өс йыл хеҙмәт иттем. Корабелдең баш старшинаһы званиеһында ҡайттым.
– Әгәр ҙә яңынан йәшәргә мөмкинлек булһа, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?
– Ошо уҡ юлымды ҡайтанан үтер инем. Хоҡуҡ һаҡлау органында эшләүем менән ғорурланам.
– Фәрит Әхмәтғәли улы, һеҙ һәр ваҡыт “мин” тип түгел, ә “беҙ” тип яуап бирәһегеҙ. Эшегеҙ һағындырамы?
– Бергә эшләгән коллективымды һағынам. Шундай татыу, берҙәм, бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер булған коллективым булыуы менән ғорурланам. Һәр береһе эшлекле, намыҫсан, тырыш хеҙмәткәр. Улар менән ҡатмарлы һәм ауыр юлдар үттек. Ҡайһы ваҡыт хатта бергәләп ҡайтанан рейдҡа сыҡҡым килеп китә.
– Ниндәй наградаға лайыҡ булдығыҙ?
– Эске эштәр министрлығының бөтә өс дәрәжә “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” (“За отличие в службе”), “Хәрби хеҙмәттәшлек өсөн”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалдарына лайыҡ булдым. Бынан тыш, бик күп ведомство наградалары бар. Әйтергә кәрәк, улар минеке генә түгел. Унда коллективымдың да өлөшө бар. Баймаҡ эске эштәр бүлегендә бай тәжрибә туплаған хеҙмәткәрҙәрҙең эш алымы йәштәргә тапшырылып килә. Тап шул бергә хеҙмәттәшлек итеү ауыр енәйәттәрҙе лә асыҡларға мөмкинлек бирә лә инде. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ветерандары алдында уларҙың хеҙмәте, бай тәжрибәһе, һәр ваҡытта ла ярҙамға килергә әҙер булғандары, ниндәй генә осраҡта ла кешелек сифатын һаҡлап ҡалғандары өсөн баш эйеп, уларға оло рәхмәтемде еткергем килә. Оперуполномоченныйҙар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары, енәйәт эштәрен асыҡлау бүлеге, балиғ булмағандар эше буйынса һәм башҡа бүлектәрҙә үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр тупланған. Бергә ысын тормош юлын үттек. Уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен.
– Һеҙҙең тормош юлы шул ҡәҙәр ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та ваҡиғаларға бай. Ә ғаиләгеҙгә ваҡыт ҡала торғайнымы?
– Ҡайҙа ғына булһам да һәр ваҡытта тормош иптәшем Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙының таянысын тойҙом, ул эшемде аңлап ҡабул итте. Минең өсөн ныҡлы тыл булдырҙы. Уның иңенә балаларҙы тәрбиәләү, донъя көтөү бурыстары ятты. Кире осраҡта, хоҡуҡ һаҡлау органында эшләй алмаҫ инем. Ул минең серҙәшем дә, кәңәшсем дә. Төньяҡ Кавказға командировкаға барырға булғас, уның рөхсәт биреүен һораным. “Һине барыбер туҡтата алмаҫымды аңлайым. Шуның өсөн дә имен йөрөп ҡайтыуыңды теләйем”, - тип ризалығын бирҙе. Әсәйемдең дә фатихаһын алдым. Аллаға шөкөр, ғаиләмдән уңдым. Миңә һәр ваҡыт ышаныслы терәк һәм таяныс була алғаны өсөн тормош иптәшем Рәмиләгә мәңге рәхмәтлемен.
– Ә Рәмилә Файзрахман ҡыҙы менән нисек таныштығыҙ?
– Ул ваҡытта мин ҡаланың 3-сө мәктәбенең 7-се класында уҡый инем. Фотоға төшөрөү менән мауыҡҡан күрше малай мине бер ярҙамға саҡырҙы. Ул Сыңғыҙ ауылында туғандарында булып, фотоға төшөргән булған икән. Шунда береһендә һылыу ғына ҡыҙҙы күреп ҡалдым. Адресын һорап алып, хат яҙҙым. Шулай танышып киттек. Ғаилә ҡороп йәшәүебеҙгә 29 йыл. Өс бала үҫтерҙек. Улыбыҙ Иҙел Саратов хәрби институтын тамамланы, офицер, взвод командиры, имен-һау ғына хеҙмәт итеп йөрөй. Ҡыҙыбыҙ Гөлдәр Өфө ҡалаһының медицина колледжын тамамланы, Өфөлә йәшәй, кейәүҙә. Әле улы менән декрет ялында. Улыбыҙ Илмир Елабуға политехникумын уҡып бөттө. Яҡшы уҡыуы өсөн уны шунда уҡ эшкә ҡалдырҙылар.
– Һеҙ йыш ҡына МХО биләмәһенә гуманитар ылау менән бараһығыҙ...
– Мобилизацияланған, шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән яҡташтарым, дуҫтарым күп. Шуның өсөн дә ситтә ҡала алмайым. Луганск, Донецк республикаларында булған яугирҙәргә даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәрәм, ылауҙы оҙатып барғаным бар. Әйтергә кәрәк, махсус хәрби операцияла эске эштәр бүлеге ветерандары ла бар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың да халыҡ именлеге һағына баҫыуы оло ғорурлыҡ.
– Бөгөн нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Эске эштәр бүлеге ветераны, республика буйынса хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, Башҡортостан буйынса хәрби хәрәкәттәр ветерандары советы ағзаһы булып торам. Унан тыш, “Производство үҙәге” ЯСЙ-һын етәкләйем. Дәүләт номерҙары һәм станоктар етештерәбеҙ. Үҙемдең эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса эшләргә тырышам. Яуҙан ҡайтҡан яугирҙәргә тыныс тормошҡа яраҡлашыу өсөн шарттар булдырырға ине, тигән теләгем бар.
– Ниндәй ғаилә традицияғыҙ бар?
– Беҙ сәләмәт тормош алып барыу яҡлы. Ғаиләбеҙ менән саф һауала йөрөргә, сәйәхәт итергә, тәбиғәт ҡосағында булырға, балыҡ ҡурып, усаҡта ит бешереп һыйларға яратам. Сыңғыҙ ауылында йәшәгән ҡайным менән ҡәйнәм ике гектарҙа ағастар үҫтерә. Беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Быйыл аллеяның ҡоймаларын яңыртып, тимер бағана ултырттыҡ.
– Фәрит Әхмәтғәли улы, тормош юлығыҙ эске эштәр бүлегенең тотош бер тарихын сағылдыра. Тормошто яратып, хеҙмәттәштәрегеҙҙе хөрмәт итеп, уларҙың абруйын яулағанһығыҙ. Хаҡлы ялда булһағыҙ ҙа ошо йүнәлештә эшләйһегеҙ. Офицер булараҡ, МХО яугирҙәрен ярҙамығыҙҙан ташламай, Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙе дауам итәһегеҙ. Юбилейығыҙ уңайынан, һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә һаулыҡ, донъялар именлеге, уңыштар теләйбеҙ. Һәм, әлбиттә, юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Лилиә ТАКАЕВА.