Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Октябрь , 05:00

Бер уй, бер маҡсат менән

Яҫтыҡ. Сөсө икмәк. Алма ҡайнатмаһы. Тарттырылған ит менән ҡара бойҙай бутҡаһы. Быларҙың барыһын да Фәниә Мәҡсүтова етәкселегендәге Түбә ауылы ирекмәндәре яугирҙәргә атап, бер көндә туплаған гуманитар ярҙам. Әммә уларҙы тегеү, бешереү өсөн әҙерлек бер нисә көн талап ителгән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Яҫтыҡ. Сөсө икмәк. Алма ҡайнатмаһы. Тарттырылған ит менән ҡара бойҙай бутҡаһы. Быларҙың барыһын да Фәниә Мәҡсүтова етәкселегендәге Түбә ауылы ирекмәндәре яугирҙәргә атап, бер көндә туплаған гуманитар ярҙам. Әммә уларҙы тегеү, бешереү өсөн әҙерлек бер нисә көн талап ителгән.

Был көндө лә Фәниә Әхмәтшәриф ҡыҙының башланғысы менән ауылда яҫтыҡтар тегелде. Уның уңған ирекмәндәре дәррәү генә эшкә тотоноп, егерме алты дана әҙерләп тә ҡуйҙы. Кемдер яҫтыҡ тышы әҙерләне, икенселәре эсенә синтепон материалдары тултырып, “ауыҙын” текте. Шулай уҡ бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙар тарттырылған ит менән ҡарабойҙай бутҡаһы ла бешергән ине. Улар дәррәү генә илле бер вакуумлы пакетҡа туҡлыҡлы өй ризығы тултырҙы. Ә бына хуш еҫле алма ҡайнатмаһы өсөн ҡатын-ҡыҙҙар Ҡуянтау ауылындағы ташландыҡ баҡсаға барып, алма йыйған. Һуңынан уларҙы йыуып, таҙалап, ике төрлө рецепт менән хуш еҫле ҡайнатма әҙерләгән. Улары бөтәһе ике йөҙ банкаға ҡойоп тултырылған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡатыны Гүзәл Мәжитова уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы “Добро.РФ” порталына теркәне. Изге эштәре өсөн уларға ирекмәнлек сәғәте тупланасаҡ.

Әйткәндәй, Фәниә һәм Азат Мәҡсүтовтарҙың улдары ла махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Илебеҙ һағына баҫыу өсөн ул Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Әсә кеше 2023 йылда уҡ улының һорауы буйынса алып йөрөүгә уңайлы булған размерҙа яҫтыҡтар тегеп оҙата башлай.

Лилиә ТАКАЕВА.

Бер уй, бер маҡсат менән
Бер уй, бер маҡсат менән
Автор:Лилия Такаева