-2 °С
Ясна
Темәс ауылының Миңзифа Әхмәҙулла ҡыҙы етәкселегендәге “Өмөт бар” ирекмәндәре даими рәүештә фронтҡа маскировкалау селтәре үреп оҙата. Ошо көндәрҙә улар ауылдашы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән “Алтын” позывнойлы яугирҙең һорауы буйынса алты маскировкалау селтәре үрҙе. Ауылдаштарына һәр яҡлап ярҙам күрһәткән ирекмәндәр уны бер нисә көндә эшләп тә ҡуйҙы.