Баймаҡ районының “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү” үҙәге ирекмәндәре 31-се полк яугирҙәренә берҙәм көс менән тупланған сираттағы ҙур гуманитар ярҙамын оҙатты. “Сэнсэй” позывнойлы яугир шуның өсөн махсус рәүештә ҙур йөк машинаһы менән ҡайтҡан ине. Ылауҙы туплауҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил райондары ирекмәндәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Атап әйткәндә, был юлы фронтҡа өс күсермәле мунса, бәләкәй экскаватор, генератор оҙатылды. Шулай уҡ картуф, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, турама, ҡайнатма, ҡоро душ, йылы ойоҡбаштар, бирсәткә, сәк-сәк һәм башҡа күп кенә кәрәк-яраҡтары ебәрелде. Луганск Республикаһының Старобельск ҡалаһында урынлашҡан госпиталь өсөн айырым медикаменттар, түшәктәр, тәмлекәстәрҙән торған гуманитар ярҙам да оҙатылды.
Сэнсэй һәм Коба позывнойлы яугирҙәргә “Беҙ бергә” ирекмәндәре теккән “Баймаҡ толстовкалары”, яҫтыҡтар, “пятиточник”тар бүләк ителде. Әйтергә кәрәк, толстовкалар өсөн улар айырыуса ҡыуанды. Шунда уҡ кейеп алып: “Баймаҡ толстовкаһы тураһында егеттәрҙең ҡыуанып һөйләгәндәрен ишетә инем. Мин дә күптән хыяллана инем. Насип булды. Рәхмәт һеҙгә”, - тине Сэнсэй.
“Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге” директоры Ринат Сабаев ҡурайҙа уйнап, уны Сэнсэйгә бүләк итте. Уны ҡулына алған Сэнсэй балаларса ҡыуаныс кисерҙе. “Хәҙер Луганск яҡтарында ла ҡурай моңо яңғыраясаҡ, - тине ул.
Берҙәмлек менән көслөбөҙ. Баймаҡ ирекмәндәренең яугирҙәргә ныҡлы тыл булдыра алыуы үҙе бер оло ғорурлыҡ.