Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Сентября , 10:55

"Глазок"ка йылы толстовка

Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияға юлланған “Глазок” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булып, кире алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ул Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ул бөгөн урынын яуҙаш дуҫтары эргәһендә булыуын аңлап, шундай яуаплы аҙымға бара.

Добавить в предпочтительные источники Google

Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияға юлланған “Глазок” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булып, кире алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ул Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ул бөгөн урынын яуҙаш дуҫтары эргәһендә булыуын аңлап, шундай яуаплы аҙымға бара. “Глазок”ка “Беҙ бергә” төркөмө ирекмәндәре теккән йылы толстовка бүләк ителде. Уны ул шунда уҡ кейеп, уңайлы ла, йылы ла булыуын белдерҙе. Тап шундай осраҡта ирекмәндәр яугирҙәргә ни өсөн  ярҙам талап ителгәнен аныҡ аңлай ҙа инде. Ирекмәндәр шул уҡ ваҡытта таксист-ирекмән аша 428 полк яугирҙәренә гуманитар ярҙам да оҙатты.

"Глазок"ка йылы толстовка
"Глазок"ка йылы толстовка
Автор:Лилия Такаева