Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгендә Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәп уҡыусылары өсөн “Батырлыҡ дәресе” үтте. Уны МХО яугире, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Баймаҡ районынан сик буйында хеҙмәт итеүселәрҙең “Дозор” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Сәлимйән Италмасов уҙғарҙы. Әйтергә кәрәк, Сәлимйән Италмасов Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, нацистарға ҡаршы көрәштә булып ҡайтҡан.
9-сы “а” һәм 9-сы “б” класс уҡыусылары һәм класс етәкселәре Дилбәр Мырҙина менән Зәлифә Вәлиеваға патриотик рух менән һуғарылған дәрес ойошторолдо. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынған һорауҙарына аныҡ яуап алды. Мәктәп уҡыусылары менән һөйләшеү йәнле һәм ихлас килеп сыҡты. Ауыр хәрби хеҙмәтте педагогик эшмәкәрлек менән берләштергән Сәлимйән Сөләймәнов улар менән ихлас аралашты. Оло тормош тупһаһында торған балалар өсөн бындай осрашыуҙар батырлыҡ дәресе генә түгел, ә фронтта барған ысынбарлыҡты унда ҡатнашыусының үҙенән ишетеү мөмкинлеге булды.
Әйткәндәй, уҡыусылар буш ҡул менән килмәгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам да алып килгәндәр. Был ҡумталарға иң мөһиме — тыуған яҡтан тупланған тәмлекстәр, йылы ойоҡбаштар, дымлы салфеткалар, медикаменттар һәм башҡалар төшөп ятҡан. Уҡыусылар менән яугирҙәрҙе бәйләгән был гуманитар сылбыр — Рәсәй халҡы берҙәмлек менән көслө булыуын күрһәткән дәлил дә ул.