+5 °С
Ясно
Ниғәмәт ауылында батыр яугир улдар үҫтергән әсә Дилә Мырҙағәлина “Ҙур рәхмәт” кафеһында Фаиль улының рухына, Мозафар улының ниндәй генә хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, ҡайтыр ишектәре асыҡ булһын, тигән изге ниәт менән аят ашы ойошторҙо. Ошонда хәйер-саҙаҡанан 25000 һум хәйер йыйылған. Уға Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы 5000 һум өҫтәп, 30000 һум аҡсаны урындағы мәсеткә тапшырған. Ул иман йортона тәбиғи газға тоташтырыу өсөн тотоноласаҡ.
Дилә апайҙың ниәттәре тормошҡа ашып, сауаптары насип булһын.