Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Сентябрь , 03:45

Икенсе Этҡолдоң уңғандарынан сираттағы ярҙам

"Посылкаларға һайлау көндәрендә, "Гөлназ", "Аҡсарлаҡ" магазиндарына ҡуйылған "Изгелек ҡумта"ларына ауылдаштар һалған әйберҙәр (нәскиҙәр, эш бирсәткәләре, гигиена кәрәк-яраҡтары, сәй, консервалар, тәмлекестәр, сохари һ. б) тупланды. Ағинәйҙәр әҙерләгән 27 банка борщ, шулай уҡ ауылдаштарҙан күстәнәс: рассольник, тоҙланған ҡыяр, салаттар һалдаттарыбыҙ ризығына яҙһын. Һәр эштә лә әүҙем булған ағинәйебеҙ Сирғәлина Әлфирә алманан повидло һәм ҡайнатмалар, мендәрҙәр алып килде. Госпиталь өсөн посылкаларға Мөхәмәтйәнова Суфия алып килгән әйберҙәр, мендәрҙәр һалынды.

Добавить в предпочтительные источники Google

Икенсе Этҡол ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙамын әҙерләне. "Посылкаларға һайлау көндәрендә, "Гөлназ", "Аҡсарлаҡ" магазиндарына ҡуйылған "Изгелек ҡумта"ларына ауылдаштар һалған әйберҙәр (нәскиҙәр, эш бирсәткәләре, гигиена кәрәк-яраҡтары, сәй, консервалар, тәмлекестәр, сохари һ. б) тупланды. Ағинәйҙәр әҙерләгән 27 банка борщ, шулай уҡ ауылдаштарҙан күстәнәс: рассольник, тоҙланған ҡыяр, салаттар һалдаттарыбыҙ ризығына яҙһын. Һәр эштә лә әүҙем булған ағинәйебеҙ Сирғәлина Әлфирә алманан повидло һәм ҡайнатмалар, мендәрҙәр алып килде. Госпиталь өсөн посылкаларға Мөхәмәтйәнова Суфия алып килгән әйберҙәр, мендәрҙәр һалынды.
Гуманитар ярҙамды Фәниә һәм Динар Мәжитовтар "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабына алып барып тапшырҙы, уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарға сауабын насип итһен.
Бергә һәм берҙәм булайыҡ", - тип хәбәр итте "Ағинәйҙәр" ҡоро етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.

Икенсе Этҡолдоң уңғандарынан сираттағы ярҙам
Икенсе Этҡолдоң уңғандарынан сираттағы ярҙам
Автор:Лилия Такаева