-2 °С
Ясно
Ишмырҙалар яугирҙәргә тәмле күстәнәс әҙерләне. Бөгөн Гүзәл Гөбәйҙуллина етәкселегендәге ирекмәндәр тағы ла бергә йыйылды. Был юлы уңған ҡатын-ҡыҙҙар бергәләп ҡаҡ ҡойҙо. Тәмле күстәнәстәр ошо арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ. Фронтҡа ярҙамығыҙ өсөн Ишмырҙа ауылы ирекмәндәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!