Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Сентября , 12:05

Районыбыҙҙың батыр улына "Герой партаһы" асылды

- Улымды һәләк булған, тип әйтеүселәрҙе ғәфү итәм, - тине Дилә Мырҙағәлина. – Уны ҡулға алғандарҙыр, терелер, тип өмөтләнәм. Минең өмөтөмдө һүндермәгеҙ, зинһар өсөн, - тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе Ниғәмәт ауылынан ике яугир әсәһе Дилә Мырҙағәлина.

Был көндө Ниғәмәт мәктәбендә махсус хәрби операцияла Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән, әлеге ваҡытта хәбәрһеҙ юғалған улы Мозафар Мырҙағәлинға арнап “Герой партаһы” асылды. Әйткәндәй, Дилә апайҙың махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған тәүге улы Фаил Сакинға ла “Герой партаһы” асылған ине.

Сарала Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Сергей Лаврин, “Ватанды һаҡлаусылар фонды” координаторҙары Альбина Шәғәҙәтова, Гөлназ Заманова, ауыл халҡы, яугирҙәрҙең дуҫтары, яҡындары, класташтары, ауылдаштары ҡатнашты.

– Мозафар Мырҙағәлин менән беҙ бер хәрби частә хеҙмәт иттек, ул шундай ҡыйыу, ауыр мәлдә бер ҡасан да юғалып ҡалмай, окопташ дуҫтарына һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған яугир ине. Уның бурысы булмаһа ла, кәрәк ителгән барлыҡ эштәрҙе йәһәт кенә атҡарып ҡуйыр ине, – тине Сергей Лаврин. – Артабан мине икенсе ергә күсерҙеләр, ул ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Шундай батыр улдар үҫтергән Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙына рәхмәт. Улар менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ.

Артабан Сергей Георгиевич батыр яугирҙәр әсәһенә Мозафар Мырҙағалиндың II дәрәжә Ҡаһарманлыҡ орденын һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы.

Был көндө Дилә Мырҙағәлина улы Фаилдың рухына, улы Мозафарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына бағышлап, доғалар ҡылдырҙы. Һуңынан ҡорбан ашы уҙғарҙы.

Районыбыҙҙың батыр улына "Герой партаһы" асылды
Районыбыҙҙың батыр улына "Герой партаһы" асылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас