Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Сентября , 11:40

Бәләкәй йөрәктәрҙән оло ярҙам

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәгендә ысын байрам ойошторҙо. Кескәй патриоттар яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып килде. Был изге эшкә ата-әсәләр ҙә ҙур теләк менән ҡушылған. Улар бергәләп йыйған медикаменттар, кәрәк-яраҡтар, тәм-томдар һәм йылы әйберҙәр фронтҡа оҙатыласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google

Баймаҡ ҡалаһының “Толпар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәгендә ысын байрам ойошторҙо. Кескәй патриоттар яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып килде. Был изге эшкә ата-әсәләр ҙә ҙур теләк менән ҡушылған. Улар бергәләп йыйған медикаменттар, кәрәк-яраҡтар, тәм-томдар һәм йылы әйберҙәр фронтҡа оҙатыласаҡ.

Матди ярҙамдан тыш, балалар иң ҡәҙерле бүләк — күңел йылыһын да өләште. Патриотик рух менән һуғарылған шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙеләр, дәртле йырҙарын башҡарҙылар. Кисәнең сағыу биҙәге булып данлы “Катюша” бейеүе торҙо, уны кескәй артистар бар оҫталығын һалып бейене. Бындай музыкаль сәләм яугирҙәрҙең рухын күтәрһен, көс-дәрт өҫтәһен. Ә инде балаларҙың уларға арнап төшөргән һүрәттәрендә тыуған яҡтың тәбиғәте, ғаилә ҡиммәттәре һынландырылған ине.

- Яугирҙәргә ярҙам итеү акцияһында ата-әсәләр, коллектив һәр ваҡыт ҙур теләк менән ҡатнаша, - тине балалар баҡсаһы мөдире Рәзилә Сағынбаева. – Шуның өсөн дә барыһына ла рәхмәт белдергем килә. Артабан да был тәңгәлдә эшләргә уйлабыҙ. Яугирҙәрҙең көнкүрешен әҙ генә булһа ла еңеләйтә алһаҡ, беҙ бик шат.  

Бәләкәй йөрәктәрҙән оло ярҙам
Бәләкәй йөрәктәрҙән оло ярҙам
Автор:Лилия Такаева