-2 °С
Ясна
“Баймаҡ толстовкалары” яугирҙәр араһында киң популярлыҡ яулай. Уларҙы тегеү өсөн “Беҙ бергә” ирекмәндәре күп көс һала. Шуларҙың береһе - Түбә ауылынан Римма Ғибәҙәтова. Айына ғына ла ул утыҙлаған толстовка тегеп, “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабына тапшыра. Ошо көндәрҙә ул 27 әҙер изделие тегеп килтергән. Ә инде ҡалған бәләкәй киҫәктәренән өс яҫтыҡ та әҙерләгән.
“Баймаҡ толстовкалары” ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәргә, йәки таксист-ирекмәндәр аша алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәргә ебәрелә.