Барыһы ла Еңеү өсөн
15 Сентября , 06:30

Бөтәһе лә Еңеү өсөн!

Түбәнге Таһир ауылы ирекмәндәре яугирҙәргә ҙур күләмдәге гуманитар ярҙам әҙерләп, Баймаҡ ҡалаһындағы Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгенә алып килеп тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google

Түбәнге Таһир ауылы ирекмәндәре яугирҙәргә ҙур күләмдәге гуманитар ярҙам әҙерләп, Баймаҡ ҡалаһындағы Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгенә алып килеп тапшырҙы. Улар араһында медикаменттар, дымлы таҫтамалдар, бирсәткәләр, йылы ойоҡбаштар, газ баллондары, түшәк кәрәк-яраҡтары бар. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәре әҙерләгән турамалар, һуттар ҙа туплағандар ине. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ сәк-сәк, бауырһыҡтар ҙа бешергән. Түбәнге Таһир ирекмәндәре әҙерләгән гуманитар ылау ошо көндәрҙә яугирҙәргә оҙатыласаҡ.

Бөтәһе лә Еңеү өсөн!
Бөтәһе лә Еңеү өсөн!
Автор:Лилия Такаева