Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
14 Сентября , 11:10

Абруйлы етәсе лә, уңған хужабикә лә ул

Арабыҙҙа көслө рухлы, илебеҙҙең ысын патриоты булып халҡына хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар күп. Шуларҙың береһе – Түбә ауыл биләмәһе башлығы Әлфирә Хәлитова. Үҙ бурысына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, башланған эште аҙағынаса алып барып еткереү өсөн күп көс һалған, ауыл биләмәһен төҙөкләндереү йәһәтенән даими саралар ойоштороп, уларҙың уртаһында ҡайнап йәшәгән һәм эшләгән ханымдың ауылдаштары араһында абруйы ҙур. Әлфирә Самат ҡыҙы менән осрашып, уның  йәшәйешенә, эшмәкәрлегенә байҡау яһаныҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google

Етди етәксе лә, уңған хужабикә лә ул

Арабыҙҙа көслө рухлы, илебеҙҙең ысын патриоты булып халҡына хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар күп. Шуларҙың береһе – Түбә ауыл биләмәһе башлығы Әлфирә Хәлитова. Үҙ бурысына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, башланған эште аҙағынаса алып барып еткереү өсөн күп көс һалған, ауыл биләмәһен төҙөкләндереү йәһәтенән даими саралар ойоштороп, уларҙың уртаһында ҡайнап йәшәгән һәм эшләгән ханымдың ауылдаштары араһында абруйы ҙур. Әлфирә Самат ҡыҙы менән осрашып, уның  йәшәйешенә, эшмәкәрлегенә байҡау яһаныҡ. 

– Әлфирә Самат ҡыҙы, үҙегеҙ тураһында бер нисә һүҙ.

– Түбә ауылында тыуып үҫһәм дә, миңә 1 йәш булған сағымда ата-әсәйем Ҡаҙағстанға күсә. Улар Хромтау ҡалаһына килеп төпләнә һәм хром табыу буйынса яңы асылған карьерҙа эшләй башлайҙар. Мин шундағы мәктәпте тамамланым. Һуңынан техникумға уҡырға инеп, “Бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит” йүнәлеше буйынса дипломлы белгес булып сыҡтым. 

Бер аҙҙан ғаиләбеҙ кире тыуған яҡтарға күсеп ҡайтты һәм Түбә ҡасабаһында төпләндек. 1995 йылда мине Түбә ауыл биләмәһе хакимиәтенә бухгалтер итеп саҡырҙылар. 2008 йылда эштәр идарасыһы итеп күсерҙеләр. 2020 йылда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеләр һәм бөгөн дә ошо вазифала эшләйем.

– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Тормош иптәшем Ринат менән ике бала үҫтерәбеҙ. Улыбыҙ Радмир университетта уҡый. Ҡыҙыбыҙ Эльмира – мәктәп уҡыусыһы.

– Түбә ауылының йәшәйеше, социаль тормошо тураһында бер нисә һүҙ.

– Түбә ауылында яҡынса дүрт йөҙ хужалыҡ, уларҙа 1159 кеше йәшәй. Беҙҙә бөтә социаль учреждениелар ҙа бар. Урындағы врач амбулаторияһы эргә-тирәләге биш ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Почта бүлексәһе, ветеринария участкаһы, заправкалау станцияһы эшләй. Туғыҙ хеҙмәткәрҙән торған янғын һүндереү часы тәүлек әйләнәһенә халыҡ именлеге һағында тора.

Ауыл халҡын бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән ике сауҙа нөктәһе эшләй.  Халыҡты иманға әйҙәгән мәсет һәм сиркәү бар. Ауылда йәмәғәт ойошмалары – ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы әүҙем эш алып бара.  

Мәктәптә йөҙҙән ашыу бала белем ала. Бында Һаҡмар һәм Иҫән ауылдарынан да уҡыусылар йөрөп уҡый. Әйтергә кәрәк, уҡыусылар үҙҙәренең белемдәре менән һөйөндөрә. Төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ихлас ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. Мәктәп музейының эшмәкәрлеген дә яҡшы яҡтан баһалап китергә кәрәк.

Мәҙәни саралар ойоштороусы Зилә Үтәбаева һәм китапханасы Гөлнур Дилмөхәмәтова ауылда даими рәүештә төрлө саралар уҙғара. “Йәнгүҙәй” һәм “Рябинушка” фольклор ансамблдәре уңышлы эшләй. “Клубника” бейеү ансамбле үҙҙәренең сығыштары менән һөйөндөрә. Оҫта ҡуллы хужабикәләр өсөн “Өй йәме” һәм балаларға “Йондоҙсоҡ” түңәрәге бар. Быйыл улар Түбә, Мерәҫ, Ҡуянтау, Таулыҡай ауылдарында ауыл халҡы көсө менән “Беҙ бергә – беҙ берҙәм” исемле концерт менән сығыш яһаны.

Ауылыбыҙҙа хеҙмәттәре менән абруй яулаған, уңған, тырыш кешеләр күп. Быйыл ғаилә ҡороп, 35, 40, 45, 55 йыл бергә йәшәгәндәрҙең юбилей кисәләрен уҙғарҙыҡ һәм хеҙмәт кешеләрен тәбрикләнек.

Башҡа ауыл биләмәләре халҡы менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырырға тырышабыҙ. Быйыл 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайы менән Түбә һәм Мерәҫ ауылдарындағы яугирҙәрҙең ҡатындарын үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ һәм ике команда төҙөп, “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” ярышы уҙғарҙыҡ. Был сара уларҙы берләштереү, иғтибарҙарын әҙгә генә булһа ла икенсегә йүнәлтеү, аралашып, хәл-әхүәлдәрен белешеү маҡсатында ойошторолғайны.

Район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Иң төҙөк ауыл”, “Сәләмәт ауыл” кеүек конкурстарҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Әйтергә кәрәк, ауылды төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар итәбеҙ. Экологик акцияларҙа хеҙмәт коллективтары, ауыл халҡы ихлас ҡатнаша. Талҡаҫ күле буйында йәш ағас үҫентеләре ултыртыу, тирә яғын сүп-сарҙан таҙартыу акцияларында бер ҙә ситтә ҡалмайбыҙ. Ауылыбыҙҙы тағы ла төҙөкләндереү маҡсатында “Сәскәләр” конкурсы уҙғарып, көҙгөһөн уға йомғаҡ яһайбыҙ. Еңеүселәрҙе билдәләп, махсус бүләк тапшырабыҙ.

– Түбә ауылында ҡасандыр гөрләп эшләп торған предприятиелар күп булды. Ә бөгөн халыҡ нисек йәшәй?     

– Ысынлап та, Түбә ауылының данлы үткәне бар. Ваҡытында республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә киң билдәле булған, илебеҙҙең иҡтисадын күтәреүгә тос өлөш индергән руда табыу шахтаһы, тимер-йоҙаҡ изделиелары заводы, теген цехы эшләне. Китапханасы Гөлнур Дилмөхәмәтова “Түбә ауылының данлы үткәне” проекты сиктәрендә тарих туплау эшен алып бара.

Бөгөн ауыл халҡы башлыса мал көсө менән йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары бар. Бынан тыш, беҙҙә Темәс психоневрология интернатының бүлексәһе урынлашҡан. Ул үҙе бер оло донъя кеүек. Зәмзәнә Усманова ҡарамағында 26 хеҙмәткәр тупланған. Унда 51 кеше тәрбиәләнә. Әйтергә кәрәк, даими рәүештә төрлө саралар ойошторола. Халыҡ унда тәрбиәләнеүселәрҙе онотмай. Һәр ваҡыт күстәнәстәре менән килеп, улар менән аралашып тора. Ҡорбан аштары уҙа. Шашка ярышында ихлас ҡатнашалар. Уңыштары ла һөйөндөрә.

– Махсус хәрби операция еле һеҙҙең ауыл биләмәһен дә урап уҙманы... 

– Ысынлап та, был шулай. Бөгөн махсус хәрби операцияла Түбә ауылынан утыҙ бер егет ҡатнаша. Мобилизацияланған һәм үҙ теләктәре менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп китеүселәр ҙә күп булды. Улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандары ла бар. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барыла. Яугирҙәр тураһындағы бөтә мәғлүмәттәр ҙә китапханала туплана. Мәктәптә уларға бағышланған стенд бар. МХО-ла батырҙарса һәләк булған Владислав Лаврентьевҡа Герой партаһы асылды. Шулай уҡ уның туғандары тарафынан яугирҙең яҡты иҫтәлегенә спорт ярыштары үтеп тора.

Яугирҙәрҙең әсәйҙәренә, ғаиләләренә лә даими иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Уларҙы бер саранан да ҡалдырмайбыҙ. Бергә Ҡорбан һәм аят аштары уҙғарабыҙ.   

Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткән ирекмәндәр тураһында ла әйтеп китергә кәрәк. Яугирҙәрҙең  һорауы буйынса күпләп төҙөлөш инструменттары, генератор һәм башҡа ҡоролмалар оҙатабыҙ. Берҙәм көс менән сәк-сәк бешерәбеҙ, һалма йәйеп ҡырҡабыҙ, тыуған яҡтың шифалы сәйҙәрен, вакуумлы пакеттарҙа былау әҙерләйбеҙ. Бынан тыш, ауылдың уңған тегенсеһе Рима Ғибәҙәтова яугирҙәргә йылы толстовкалар тегә. Әлеге ваҡытта маскировкалау селтәре үреү буйынса эш яйға һалынған.

– Ә һеҙҙе ниндәй проблемалар борсой?

– Ауылда иғтибар талап иткән проблемалар ҙа юҡ түгел. Беҙҙе иң борсоғаны – юлдар, урамдарҙы яҡтыртыу һәм һыу селтәрен хеҙмәтләндереү. Барыһы ла финанс мәсьәләһенә барып тоташа. Был проблемаларҙы төрлө муниципаль, республика һәм федераль программалар ярҙамында хәл итергә тырышабыҙ. Бында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының көсө тураһында әйтеп китергә кәрәк. Халыҡ уға ышаныс белдерә. Сөнки уның ярҙамында урында байтаҡ эштәр атҡарылды. Мәктәпкә тәҙрәләр ҡуйылды, ҡыйығын яңыртып яптыҡ. Шулай уҡ тирмә, трактор алыуға өлгәштек. Һуңғыһының ауыл ере өсөн ярҙамының ни тиклем ҙур икәнен әйтеп тораһы ла түгел. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса янғын һүндереү ҡоролмаһы һатып алдыҡ. Сапсал йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндерҙек. Өлөшләтә урамдар яҡтыртылды. Шулай уҡ балалар уйын һәм спорт майҙансығы урынлаштырҙыҡ. Был тәңгәлдә район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләр инек. Уның ярҙамы менән Сапсал йылғаһы аша һыу үткәреү ҡоролмаһын ремонтланыҡ. Кире осраҡта быуа йырылып, республика әһәмиәтендәге юлды һыу баҫыр ине. 

– Киләсәккә ниндәй пландар бар?

– Бөгөн бөтәбеҙҙең дә бер теләк – тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланып, яугирҙәребеҙ ғаиләләренә ҡайтһын инде. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Быйыл көҙ “Аныҡ эштәр” программаһына ярҙамы менән МХО яугирҙәренә бағышланған стела урынлаштырыу ҡарала. Бынан тыш, ауылды төҙөкләндереү, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу буйынса эштәрҙе дауам итеү бурысы тора.

– Һанап киткән эштәрҙе яңғыҙ башҡарып сығыу мөмкин түгел...

– Тап шулай. Ауыл хакимиәтендә үҙ эштәренә яуаплы ҡараған белгестәр тупланған. Улар хеҙмәт килешеүендә ҡаралған бурыстарынан тыш башҡа йәмәғәт эштәрен дә алып бара. Ваҡыттары менән иҫәпләшмәйҙәр. Әйтәйек, ҡый-һайҙы сығарыу, ағастарҙы ҡырҡыу, контейнер майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү һәм башҡа эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн уларға әйтергә лә кәрәкмәй. Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Айгөл Баязитова менән янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгес Илнур Иҫәнбаев был тәңгәлдә ҙур эш атҡара. Ауыл биләмәһе хакимиәте водителе Илсур Әхмәтов ауыл биләмәһе ҡарамағында булған тракторҙың эшмәкәрлеген үҙ контроленә алған. Ҡышҡы буранлы көндәрҙә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға күп көс һала. Ҡайһы ваҡыт уға тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә. Әйтергә кәрәк, был уның бурысы ла түгел. Шулай ҙа ул был эште үҙ иңенә алған.

Әйтеп китергә кәрәк, ауыл биләмәһендә эшләп килгән бөтә учреждениелар ҙа бер-береһе менән тығыҙ бәйләнеш тота. Ҡайҙалыр, нимәлер талап ителә ҡала икән, башҡалар шунда уҡ ярҙамға килергә әҙер. Шундай көслө хеҙмәт коллективтары менән эшләүе, әлбиттә, күңелле.

Ауыл халҡы беҙҙә әүҙем. Ниндәй генә сара булмаһын, ярҙамға килергә әҙер. Айырыуса шәхси тракторҙары булған Самат Йосопов, Булат Боҫҡонов, Әмир Хәбиров, Урал Үлйәбаев, Илфат Йомағолов һәм башҡаларға ныҡлы таянырға була. Айрат Ҡырғыҙов, Арсения Камалова һәм район Советы депутаты Венер Кәйекбирҙин бөтә сараларҙа ла бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Әүҙем ауыл халҡы, бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер булған яҡташтарым менән ғорурланам.

– Әлфирә Самат ҡыҙы, һеҙҙең шундай етди ҡарашлы, оҫта ойоштороу һәләте булған етәксе, уңған хужабикә, оло йөрәкле ханым булыуығыҙ һоҡландыра. Һеҙгә артабан да уңыштар теләп, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә булған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

 

Абруйлы етәсе лә, уңған хужабикә лә ул
Абруйлы етәсе лә, уңған хужабикә лә ул
Автор:Лилия Такаева