+14 °С
Облачно
Түбә ауылы ирекмәндәре яугирҙәргә алманан ҡайнатма әҙерләне. Был изге эште яугир әсәһе, әүҙем ирекмән Фәниә Мәҡсүтова күтәреп сыҡты. Ваҡыттарының тығыҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, изге эшкә ҡушылырға теләүселәр күп булды. Һөҙөмтәлә берҙәм көс менән 150 банка татлы алманан ҡайнатма әҙерләнде. Афарин, Түбә ауылы ирекмәндәре!