Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Сентября , 02:55

Маскировкалау селтәре үреү дауам итә

Был тәңгәлдә ирекмәндәр яугирҙәргә оло ярҙам күрһәтә.

Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре сираттағы 69-сы маскировкалау селтәрен үреп бөттө.
Беҙҙең иҙге теләктәр теләп үргән сетҡалар яугирҙәребеҙҙе һаҡлап, ҡалҡан булып торһон Аллаһ Бирһә, - тип хәбәр итте ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Зөлхәбирә Мырҙағәлина. - Ошо изге эшебеҙҙә матди ярҙам күрһәтеүсе ауылдаштарға, яҡташтарға, ваҡыттарын бүлеп килеп сетка үреүсе ирекмәндәргә: Алмабикә Хәсән ҡыҙына, Ишһылыу Зәки ҡыҙына, Венера Хәкимйән ҡыҙына, Миңзәлә Әғзәм ҡыҙына, Лилиә Ирмөхәмәт ҡыҙына, Мәхтимә Ишмулла ҡыҙына мең- мең рәхмәт.

Хөрмәтле ирекмәндәр! Һеҙҙең күҙ нурҙарын түгеп үргән маскировкалау селтәрҙәре яугирҙәргә ҡалҡан булһын!

Маскировкалау селтәре үреү дауам итә
Маскировкалау селтәре үреү дауам итә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас