+7 °С
Ясно
Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Ишей ауылы ирекмәндәренә маскировкалау селтәре үреү өсөн 34 дана спанбонд материалы алып бирергә ярҙам иткәйне. Ишейҙәр шул уҡ көндө ең һыҙғанып эшкә тотондо. Әлеге көндә улар дүрт маскировкалау селтәре үрҙе. Уларҙы Баймаҡтағы “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабына алып килеп тапшырҙылар. Ишейҙәр ҙә һүҙҙәрендә тора. Улар аныҡ маҡсат менән фронтҡа ярҙам итеүҙе дауам итә.