+25 °С
Болотло
Күптән түгел Икенсе Төркмән ауылында үҙенсәлекле сара уҙҙы. Ауыл халҡы, тамырҙары Икенсе Төркмәнгә бәйле ситтә йәшәүселәр ҙә тыуған ерҙәренә ҡайтты. Был көндө унда "Ауылыма ҡайттым өмәгә" акцияһы уҙҙы. Тирә-яҡ тәртипкә килетерелде. Төҙөкләндереү буйынса ҙур өмә уҙҙы. Шул уҡ ваҡытта ауылдаштар яугирҙәр хаҡында ла онотманы. Уларға берҙәм көс менән гуманитар ярҙам тупланылар. Сәк-сәк бешереп, бишбармаҡ ҡырҡтылар. Ир-егеттәр тәрүшкә ҡушып япраҡ әҙерләне. Тупланған барлыҡ гуманитар ярҙам Баймаҡ ҡалаһындағы "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмө штабына тапшырылды. Рәхмәт, барығыҙға ла! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!