+25 °С
Облачно
Урғаҙа ауылы халҡы һәр ваҡыт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ихлас ярҙам итә. "Йөрәк саҡырыуы" ирекмәндәре улар өсөн ныҡлы тыл булып тора. Төркөм етәксеһе Галина Жиденко һәр эште юғары кимәлдә ойошторорға һәләтле. Әле улар Баймаҡ ҡалаһындағы "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабына биш маскировкалау селтәре, дымлы салфеткалар, юрған, яҫтыҡтар, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алып килеп тапшырҙы. Бынан тыш үҙҙәренә шефлыҡҡа алған "Соболь" позывнойлы яугиргә тағы ла ике ҡумта гуманитар ярҙам әҙерләгәндәр. Афарин! Шундай ныҡлы тыл булғанда, Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ. Рәхмәт, урғаҙалар!