+26 °С
Облачно
Аҡморон ауылында эшләп килгән ирекмәндәр төркөмөн Дамира Әбилева етәкләй. Улар махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙата. Айырыуса ҙур һорау менән файҙаланған дымлы салфеткаларҙы эшләүҙе улар яйға һалған. Аҙна һайын Баймаҡтағы "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабына 400-500 дана дымлы салфетка алып килеп тапшыралар. Ошо көндәрҙә Дамира Марат ҡыҙы ирекмәндәрҙең һорауы буйынса, оҫталыҡ дәрсе күрһәтте. Был ҙур сарала ҡатнашыу өсөн райондың төрлө төбәгенән ирекмәндәр йыйылды. Был көндө берҙәм көс менән 177 дана дымлы салфетка эшләнде. Улар ошо көндәрҙә фронтҡа оҙатыласаҡ. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, ирекмәндәр!