

Ямантаева Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы 1966 йылдың 5 ғинуарында Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Ғәбит Ғәббәс улы һәм Таңһылыу Сабит ҡыҙы Ямантаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1972 йылда Мерәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә 1 синыфҡа уҡырға бара. Һигеҙенсе синыфты тамамлағас 1980 йылда Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1984 йылда уңышлы тамамлай.
1988 йылда тормошҡа сыға, ғаиләлә өс ул тәрбиәләнә. Өлкән улы Фәрит 1989 йылғы, Сибай ҡалаһында 24- се һанлы профессиональ лицейҙа һөнәри белем ала. Ҡатыны Гөлсәсәк менән Йәнйегет ауылында йәшәйҙәр. Кәрим улы 1992 йылғы, Баймаҡ ҡалаһында 105- се профессиональ училищеһында тракторист - машинист һөнәрен үҙләштерә. Динә килене менән Мерәҫ ауылында гөрләтеп донъя көтәләр. Кесе улы Шәриф 1994 йылғы, БДУ - ның Сибай институтына уҡырға инә, 2- се курсты тамамлағас, Ватан алдындағы хәрби бурысын Тула ҡалаһында һауа - десант ғәскәрҙәрендә үтә. Контракт менән дә хеҙмәт итә, Себер тарафтарында ла эшләп өлгөрә. Ил яҙмышына битараф булмаған егет 2022 йылда контракт килешеү төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана.
Күрһәткән батырлығы өсөн "За отвагу", "За боевые отличия", "За возвращение Крыма" миҙалдары менән бүләкләнә. 2023 йылдың июль айында ҡаты яралана разведка бүлексәһе командиры Шәриф Ямантаев. Әсәһенең ярҙамы, доғалары, үҙенең тырышлығы яңынан аяҡҡа баҫыуға ярҙам итә ҡыйыу яугиргә.
"Өс улым - өс тағаным, өс таянысым. 2 киленем, 6 ейәнем, 2 ейәнсәрем бар. Һау ғына булһындар, тиҙерәк һуғыштар тамамланһын. Яуҙағы улдары өсөн янып - көйөүсе әсәйҙәргә сабырлыҡ теләйем. Пионер, комсомол, партия гөрләп торған ваҡыттарҙа эшләүем менән ғорурланам. "Мин булмаһам кем ? "- тип Баймаҡ ҡалаһында "Һаҡлаусы ФӘРЕШТӘ" волонтер штабында маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ. Һалдаттарға кәрәкле башҡа ярҙам да күрһәтәбеҙ. Башҡортостан Президенты грантына асылған 55 + бейеү түңәрәгендә йөрөйөм"- ти Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы.
Һәр атҡан тыныс таңға ҡыуанып йәшәй яугир әсәһе. Улының төндәр буйы йоҡламай һыҙланып сығыуын йөрәге аша үткәрә. Округ депутаты Кәрим улын да кәңәшенән, ярҙамынан ташламай. Округтары менән МХО - лағы яугирҙәргә бауырһаҡтар бешереп, "Браслет выживания" эшләйҙәр, кәрәкле әйберҙәр ебәрәләр. Ауылда үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалмай М.Ғ. Ямантаева тиһәк тә була. Тырыш хеҙмәте, әүҙемлеге өсөн ауыл, район, Баймаҡ ҡалаһы администрацияһы, Единая Россия партияһы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, Сургут, Мәскәү ҡалалары, бик күп хәрби частәрҙең Рәхмәт хаттарына һәм Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Артабан да һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, балаларығыҙҙың ҡыуанысына төрөнөп оҙон - оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Миңзәлә Ғәбит ҡыҙының "Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, барлыҡ яугирҙәр яҡындары янына имен - һау әйләнеп ҡайтһындар" тигән изге теләктәренә беҙҙә ихлас ҡушылабыҙ.
Рафиға Ғазина, Мерәҫ ауыл китапхансыһы.