Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау туплауҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә Зөлхәбирә Мырҙағәлина етәкселегендәге «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, ирекмәндәр 68-се маскировкалау селтәрен үрҙе. Тулыраҡ сайтта:

Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау туплауҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.

Ошо көндәрҙә «Ағинәйҙәр» ойошмаһы 68-се маскировкалау селтәрен үрҙе.

«Махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә һәр яҡлап терәк-таяныс булырға тырышабыҙ. Ауылдаштар, яҡташтар матди ярҙам күрһәтә, улар йыйған аҡсаға  сетка өсөн өсөн махсус материал һатып алып торабыҙ. Әле лә үрҙек. Был эштә «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары Алмабикә Шарапова, Миңзәлә һәм Мәхтимә Рахманғоловалар,  Лилиә Йәмлихина, Венера Әминева, Әлфирә Хәлитова, Рәсимә Ғәрифуллина, Әминә Дәүләтова, Миңнур Ильясовалар әүҙемлек күрһәтте. Өйҙәге эштәрен ситкә ҡуйып, ярҙамға ашҡынған уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға рәхмәт.  Шулай уҡ ауылыбыҙҙың «Аҡташ» магазинына «Изгелек ҡумтаһы» ултыртылды. Унда ла ауылдаштар, ҡырҙан килгән ҡунаҡтар әйбер йә аҡса һалып, уны тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерә. Барыһына ла ҙур рәхмәтлемен.  Гел әлегеләй берҙәм һәм бергә булайыҡ. Изге теләктәр теләп үргән маскировкалау селтәре егеттәребеҙҙе һаҡлап, яҡлап торһон. Йорт-ил тынысланып, уларҙың барыһы ла тыуған яҡтарға, ғаиләләренә имен-һау ҡайтһындар», - тине  Үрге Яйыҡбай ауылының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы һәм ирекмәндәр төркөмө рәйесе Зөлхәбирә Мырҙағәлина.

Үрге Яйыҡбайҙар әҙерләгән өй ризыҡтары, көнкүреш-кәрәк яраҡтары ошо көндәрҙә  район ирекмәндәр штабына тапшырыласаҡ.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас