Күсей ауылы халҡы яугирҙәргә гуманитар ылау ебәреүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла мәктәп коллективы «Махсус хәрби операцияға ярҙам ит!» акцияһын ойоштороп, ҙур күләмдә ярҙам әҙерләп оҙатты. Акцияға урындағылар һәм ошо ауылда тыуып, ситтә йәшәүселәр ҙә дәррәү ҡушыла.
Мәктәптә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар бергәләп күңел йылыһы һалып өй ризыҡтары: сөсө икмәк, сәк-сәк бешерҙе, Раушания Ишбирҙина менән Вәсилә Сафина алып килгән икмәкте киптереп, сохари әҙерләне. Басир Баймөхәмәтовтың ғаиләһе фронтҡа дүрт тоҡ картуф бирҙе. Шулай уҡ үҙебеҙҙең тәмле Төпкөл һыуын да оҙаттыҡ, ти күсейҙәр.
Халыҡтан йыйылған 25 мең һумға яҡын аҡсаға мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов менән махсус хәрби операция ветераны Йәмил Зәйнуллин Баймаҡтан егеттәргә шөрөп борғос, 15 меңгә бензогенератор, көрәктәр, газ плиткаһы, 14 килограмм сөй, газ баллондары, моторға май һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр туплай. "Туғажман", "Ирәндек" магазиндарына урынлаштырылған «Изгелек ҡумтаһы»нда - бер, мәктәптә ике ҡумта әйбер йыйыла. Уҡыусылар ҙа был изге эштән ситтә ҡалмай, яугирҙәрҙе яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап матур открыткалар әҙерләй. Шулай уҡ мәктәп коллективы ла һәр ҡумтаға изге теләктәрен теләп, тыуған яҡ сәләмдәрен еткереп, эстәлекле хаттар яҙа.
«Фронтҡа ярҙам ойоштороуҙы башлап ебәреүсе, шәхси машинаһында әйберҙәрҙе барып алыусы һәм посылкаларҙы район үҙәгененең «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр төркөмөнә алып барып тапшырыусы мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылдановҡа, Вәсилә һәм Йәмил Зәйнуллиндар ғаиләһенә, посылка туплауҙа үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт. Артабан да бергә һәм берҙәм булайыҡ. Әҙерләгән күстәнәс һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары яу биләмәһенә барып етеп, егеттәрҙең күңеленә көс-дәрт өҫтәһен. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, киләсәгебеҙ яҡты булһын», - тигән изге теләктәрен дә еткерҙе әүҙем, берҙәм Күсей халҡы.
Эйе, күмәкләгән - яу ҡайтарған, тиҙәр. Яугирҙәргә терәк-таяныс булып, даими рәүештә гуманитар ылау ебәреп торған район халҡына рәхмәт тиергә генә ҡала.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.