Яугирҙәр өсөн

Был бик ҙур ярҙам булды

Яугирҙәр өсөнЯугирҙәр өсөн
Яугирҙәр өсөн

 30 апрель йыйылған посылканы Баймаҡҡа оҙаттыҡ! "МХОға ярҙам ит!" акцияһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙууууур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Оло йөрәгегегеҙ, изгелегегеҙ, йомартлығығыҙ, битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт!!! "Туғажман", "Ирәндек" магазиндарында берәр коробка, мәктәптә ике коробка әйбер йыйылды. Мәктәп ҡатын- ҡыҙҙары бергәләшеп сөсө икмәк, сәк - сәк бешерҙек, сухари ( икмәкте Ишберҙина Раушания менән Сафина Вәсилә алып бирҙе) киптерҙек. Уҡыусылар ҡотлау открыткалары яҙҙы. Шулай уҡ мәктәп коллективы исеменән дә һәр коробкаға изге теләктәребеҙҙе теләп, хаттар яҙып һалдыҡ. Фронтҡа Баймөхәмәтов Басирҙың ғаиләһе 4 тоҡ картуф ебәрҙе. Шулай уҡ үҙебеҙҙең тәмле Төпкөл һыуын да оҙаттыҡ яугирҙәргә. Алдан яҙыуыбыҙса, 24500 һум аҡса йыйылғайны. Ҡунаҡбай Шәриф улы менән Йәмил Айҙар улы ошо аҡсаға Баймаҡтан егеттәргә кәрәкле әйберҙәрҙе алдылар:

1)Шуруповерт-2200

2)Бензогенератор-15000

3)Топор 2шт-1800

4)Плита газовая туристическая-1700

5)Гвозди 14кг-2100

6)Газов баллончики11-1100

7) Масло моторное-600=24500 руб

Был тауарҙар ҙур ташламалар менән Баймаҡтағы "ALExpres" магазинынан алынды. Фронтҡа ярҙам ойоштороуҙы башлап ебәреүсе , үҙ машинаһында әйберҙәрҙе барып алыусы һәм посылкаларҙы алып барып тапшырыусы Уелданов Ҡунаҡбай Шәриф улына рәхмәт! Артабан да бергә, берҙәм булайыҡ! Еңеүҙе бергәләп яҡынайтайыҡ! Посылкаларыбыҙ барып етеп, егеттәрҙең күңеленә көс- дәрт өҫтәһен! Тиҙерәк һуғыштар бөтһөн! Киләсәгебеҙ яҡты булһын! 

Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ, матур ялдар теләйбеҙ, изге хәбәрҙәр генә ишетергә яҙһын! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас