Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор

Баймаҡ районы башлығы алғы һыҙыҡҡа йүнәлде

Яугирҙәребеҙгә сираттағы ярҙам оҙатылды. Был юлы өс мотоцикл, төҙөлөш материалдары, ҡоралдар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, түшәк кәрәк-яраҡтары, генераторҙар һәм башҡалар әҙерләнде

Баймаҡ районы башлығы алғы һыҙыҡҡа йүнәлдеБаймаҡ районы башлығы алғы һыҙыҡҡа йүнәлде
Баймаҡ районы башлығы алғы һыҙыҡҡа йүнәлде

Район башлығы Азамат Иҙрисов:

- Тағы ла алғы һыҙыҡҡа йүнәлеш алам. Дуҫтар, гуманитар конвой менән беҙҙең яугирҙәргә  юллана. Беҙ унда шәмбе, йәкшәмбе йәки байрам юҡлығын беләбеҙ.  Яугирҙәргә йөк ташыу ғына түгел, ә тыуған яҡтың йылыһын алып барабыҙ.  Һәр посылкала, һәр маскировка селтәрендә яҡташтарыбыҙҙың хәстәрлеге. Был юлы өс мотоцикл алып барабыҙ, хәҙер улар бик кәрәк, төҙөлөш материалдары, ҡоралдар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, түшәк кәрәк-яраҡтары, генераторҙар һәм башҡалар, был беҙҙең яугирҙәрҙең хеҙмәт итеүен еңеләйтәсәк. Ярҙам әҙерләгән һәр кемгә ҙур рәхмәт!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас