Таулыҡайҙар яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәрҙе

"Сәғәҙәтова Рәсимә Зәки ҡыҙы һәм Сәғәҙәтова Рәмилә Әйүп ҡыҙының ярҙам йөҙөнән биргән хәйер-саҙаҡаларына "Боец " ҡушаматлы яугирҙең һорауы буйынса медикаменттар һатып алынды. Мөхәмәтов Факил Вәкил улы, Ғайсин Йәүҙәт Әхмәтша улы, Яҡупова Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙы, Моратова Гөлсинә Йәғәфәр ҡыҙы, Зәки Вәлиди урамының "Алтынай" күршеләренең хәйер - саҙаҡаларына 2 спандбонд, 6 маскировка селтәрҙәре заказ биреп һатып алдыҡ"... Тулыраҡ, сайтта:

"Таулыҡай ауылының " Уңғандар " төркөмө ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә сираттағы посылкаларҙы әҙерләне. Ай һайын ауылдаштарыбыҙ биргән хәйер-саҙаҡаларға яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡтар алына. Сәғәҙәтова Рәсимә Зәки ҡыҙы һәм Сәғәҙәтова Рәмилә Әйүп ҡыҙының ярҙам йөҙөнән биргән хәйер-саҙаҡаларына "Боец " ҡушаматлы яугирҙең һорауы буйынса медикаменттар һатып алынды. Мөхәмәтов Факил Вәкил улы, Ғайсин Йәүҙәт Әхмәтша улы, Яҡупова Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙы, Моратова Гөлсинә Йәғәфәр ҡыҙы, Зәки Вәлиди урамының "Алтынай" күршеләренең хәйер - саҙаҡаларына 2 спандбонд, 6 маскировка селтәрҙәре заказ биреп һатып алдыҡ. "Уңғандар " төркөмө ҡыҙҙары күңел йылыһы һалып бешергән өй ризыҡтары - бауырһаҡ, сәк-сәк , ҡайнатмалар һәм медикаменттар 25 апрелдә яугирҙәргә оҙатылды. Ә киләһе аҙнала маскировка селтәрҙәрен үрергә ниәтләнек. МХО - ғы яугирҙәребеҙгә ҙур ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға ,төркөмдәге ҡыҙҙарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, биргән хәйер- саҙаҡаларының сауаптары насип булһын. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын ине.

Венера Сәлимова, "Уңғандар" төркөмө ағзаһы.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас