+16 °С
Болотло
"Беҙ быйыл да “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында ҙур эш башҡарабыҙ Ураҙа айында биргән саҙаҡаның сауаптары күп була тип ҡайһы бер ауылдаштар фетер саҙаҡаһын һалдаттарға кәрәк-яраҡтар туплауға тип бирҙе. Ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә сәк -сәк, бауырһаҡ, сөсө икмәк бешерҙе. Йыйылған аҡсаға кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек алып, йәшниктәргә тултырҙыҡ.
Кәрәкле әйберҙәр һалдаттарға имен барып етһен! Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен!
Буранбай халҡына, ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете теләйем", - тине китапханасы Зәкиә Ғәйетбаева.