"Беҙ Таулыҡай ауылының " Уңғандар " төркөмө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә даими рәүештә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ.
Яҙҙың бер матур көнөндә , заказ ителгән маскировка селтәрҙәренең материалдары килеп еткәнсе тип, осрашып алырға булдыҡ. Берҙәм көс менән яугирҙәргә өй күстәнәстәре әҙерләнек: былау, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерҙек. Шулай уҡ өйҙән алып килгән ҡайнатмаларҙы ла ҡушып һалдыҡ. Изге теләктәр менән әҙерләгән туҡлыҡлы өй ризыҡтары ошо арала оҙатыласаҡ. Беҙҙең ризыҡтарыбыҙ яуҙа йөрөгән ир - егеттәребеҙгә көс - дәрт өҫтәһен һәм улар тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ" - тине Таулыҡай уңғандары. Әҙерләнгән күстәнәс һәм кәрәк-яраҡтар райондағы "Беҙ - бергә" ирекмәндәр төркөмөнә тапшырылды.