Бөтә яңылыҡтар

"Өмөт"тәрҙән ҙур ярҙам

Һуңғы ике көндә Темәс ауылының "Өмөт" ирекмәндәр төркөмө яугир яугирҙәрҙең именлеге өсөн өс маскировкалау селтәре үрҙе. 

Һуңғы ике көндә Темәс ауылының "Өмөт" ирекмәндәр төркөмө яугир яугирҙәрҙең именлеге өсөн өс маскировкалау селтәре үрҙе. 

- Уның өсөн кәрәкле материалдар һатып алыуға ярҙам күрһәткән Темәс ауыл врач-амбулаторияһы коллективына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Миңзифа Ахмадулла ҡыҙы. – Изге Рамаҙан айында биргән сығымдарығыҙ, күрһәткән ярҙамығыҙ саҙаҡа рәтенән булып, үҙегеҙгә меңләтә сауап булып яуһын. Материалдарҙы үрергә әҙерләп биргән Фәттәховтар ғаиләһенә, Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө ҡарамағында эшләгән Темәс ауылының "Өмөт " ирекмәндәренә ҙур рәхмәт. Бар тырышлыҡ, көс һалып үргән маскировкалау селтәрҙәре яугирҙәргә ҡалҡан булһын. Бынан тыш ирекмәндәр ҙур гуманитар ярҙам туплап, "Беҙ бергә" төркөмө штабына оҙатылды. 

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас