+8 °С
Болотло
Мерәҫ ауылы халҡы яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Улар ошо көндә урындағы китапханала, махсус хәрби операциялағы егеттәр өсөн, уларҙың әсәйҙәре менән берлектә туҡһан биш "Ҡоро душ" (Сухой душ) әҙерләгәндәр. Улар ошо көндәрҙә фронтҡа оҙатыласаҡ. Изге эштә ҡатнашыусы хөрмәтле әсәйҙәргә рәхмәт! Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яугирҙәрҙең имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!