Ҡолсора ауыл китапханаһында махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәр менән яҡындан танышыу, уларҙың батырлыҡтары тураһында дәрестәр үткәреү, яҡындары менән осрашыу маҡсатында "түңәрәк өстәл" ойошторолдо. Унда яугирҙәрҙең әсәйҙәре, ҡатындары ҡатнашты.
Илдәге һуңғы ваҡиғалар арҡаһында бик күптәр, бигерәк тә мобелизацияға эләккән егеттәрҙең атай-әсәйҙәре, яҡындары йылы һүҙгә мохтаж. Ошо иғтибар бигерәк тә кешегә бик кәрәк. Бер милгә генә булһа ла уларҙың уйҙарын икенсегә йүнәлтеүгә, күңелдәрен күтәрергә, хәсрәттәрен баҫырға ярҙам итә.
Урындағы ветерандар советы рәйесе Флюрә Париж ҡыҙыТуйсина әсәйҙәргә үҙенең йырҙарын, ә ауыл хакимиәте башлығы Ришат Садиҡ улы ҡотлау хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.
Ватанын һәм ғәзиз Тыуған ерен яратҡан, баш осондағы тыныс күк йөҙөн ышаныслы һаҡлаған һәм дөрөҫ тәрбиә алған улдары өсөн әсәйҙәргә, ҡатындарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.