Мерәҫ ауыл китапханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың әсәйҙәре өсөн "Яҙҙар матур һеҙҙең менән, әсәйҙәр!" исемле байрам сараһы уҙҙы. Батыр улдар үҫтереүсе хөрмәтле әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, ауыл хакимиәте башлығы Шамил Сәғәҙи улы Нәҙербаев иң изге теләктәрен еткерҙе. Хәмзә хәҙрәт Хафизов етеп килгән байрамға, 22 яугир әсәһенә өс айға "Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙылып, ихлас күңелдән бүләк итте. Кильдибаев Зөфәр ағай кисәлә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға гармун моңдарын арнаны, "Хәнифәкәй" ансамбле ҡыҙҙарының йыр-бейеүҙәре кисәгә йәм өҫтәне.
Тик һөйөүҙән яратылған
Беҙ бит - Ҡатын кешебеҙ!
Кешелеккә ғүмер биргән,
Батыр улдар үҫтергән
Беҙ - Әсәбеҙ үҙебеҙ!, - тип хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ менән әйтә алаһығыҙ, хөрмәтле әсәйҙәр! Бөгөнгө көн һеҙгә әҙ генә булһа ла шатлыҡ, йылмайыу алып килһә, беҙ бик шатбыҙ. Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын, һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, ғаилә бәхете, рух ныҡлығы, балаларығыҙҙың һөйөүенә сорналып, бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.