Бөтә яңылыҡтар

Таулыҡайҙарҙан яугирҙәргә - күстәнәстәр!

"Изге Рамаҙан айында был эште айырыуса ҙур кинәнес менән башҡарҙыҡ. Әҙерләгән күстәнәстәр аша, егеттәр тыуған йорт йылыһын тойһон, ризыҡтарына яҙһын, иҫән-имен генә тыуған яҡтарына ҡайтһын" - тине төркөм етәксеһе Зилә Күсәрбаева. 

Таулыҡай ауылының "Аҡйондоҙ" клубы ҡатын -ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләне.
Ирекмәндәр бауырһаҡ бешерҙе, вакуумлы һауыттарҙа былау әҙерләне, икмәк бешерҙе. Улар былау әҙерләүҙә ит һәм дөгө ярмаһы менән ярҙам иткән ауылдаштары Сания менән Рәмил Сәғитовтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 

"Изге Рамаҙан айында был эште айырыуса ҙур кинәнес менән башҡарҙыҡ. Әҙерләгән күстәнәстәр аша, егеттәр тыуған йорт йылыһын тойһон, ризыҡтарына яҙһын, иҫән-имен генә тыуған яҡтарына ҡайтһын" - тине төркөм етәксеһе Зилә Күсәрбаева. 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас