Бөтә яңылыҡтар

Ишейҙәр "Баймаҡ былауы" әҙерләне

Бөгөн Ишей ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләне.

Бөгөн Ишей ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләне. Улар бергә тупланып сәк- сәк бешерҙе. Шулай уҡ вакуумлы пакетта былау әҙерләне. Улар ҙа байтаҡ ҡына килеп сыҡты: йәмғеһе 61 дана булды. Әйтергә кәрәк, "Баймаҡ былауын" яугирҙәр бик тә ярата, уларға һәр саҡ һорау ҙур. Шуны иҫәпкә алып, ирекмәндәр фәҡәт "Баймаҡ былауы"н әҙерләргә тырыша. Барыһы ла Еңеү өсөн!

Ишейҙәр "Баймаҡ былауы" әҙерләне
Ишейҙәр "Баймаҡ былауы" әҙерләне
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас