Бөтә яңылыҡтар

Таулыҡайҙар сираттағы маскировкалау селтәрен үрҙе

Таулыҡай ауылының "Уңғандар" төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә маскировкалау селтәре үрҙе, көнкүреш кәрәк-яраҡтары әҙерләне. Улар изге эшкә үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе... 

Беҙ "Уңғандар" төркөмө ирекмәндәре, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ауылдаштарыбыҙ биргән хәйер-саҙаҡа аҡсаһына маскировкалау селтәре үрҙек. Изге теләктәр менән үрелгән селтәрҙәрҙең һәр береһенең араһына ҡулъяулыҡтар, ойоҡбаштар, күҙ һабындары, күстәнәс-тәмлекәстәр ҙә һалдыҡ. Аллаһ бирһә, беҙҙең маска селтәрҙәребеҙ егеттәребеҙ өсөн кәрәкле булһын, уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлаһын. Шулай уҡ финанс ярҙамға яугирҙәребеҙ яратып өлгөргән былау бешереү өсөн дөгө ярмаһы һатып алдыҡ.
Ошо изге эштә үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарыбыҙға - Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙына, Рәмзиә Ишбулды ҡыҙына, Рауилә Ишмулла ҡыҙына һәм тағы ла ике аноним булып ҡалыусы ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы яҡынлашып килгән 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Яҙ — ул күңелдәр дәртләнеп,яңы башланғыстар, уй-хыялдар ғәмәлгә аша торған ваҡыт. Ниәтләгән эштәрегеҙ уң булһын. Һаулыҡ-сәләмәтлек, ҡатын-ҡыҙ бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Киләсәктә лә бергә, берҙәм булып йәшәргә һәм эшләргә насип булһын.
Тиҙерәк һуғыштар бөтөп, яугирҙәребеҙ тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Изге уй-ниәттәребеҙ ҡабул булһын, Аллаһ бирһә!

Венера Сәлимова, Таулыҡай ауылы.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас