-6 °С
Болотло
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә райондан йыш ҡына таксистар йөрөй. Улар егеттәребеҙ һағынып көткән өй ризығы, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы алып барып тапшыра. Ошо көндәрҙә Күсей ауылынан Фатима Хәйҙәрова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улына ауылдаштары менән берлектә гуманитар ярҙам оҙата. Был мөһим эште атҡарып сығыуҙа ярҙам иткән Юнир Әхмәтов, Рөстәм Байназаров, Рифат Баймөхәмәтов, Илназ Кинйәбаевҡа, шулай уҡ яугиргә хат яҙыусы уҡыусыларға рәхмәтен белдереп, үҙе бешергән ҙур тортты бүләк итте.