Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Февраль , 20:45

Баймаҡтар яугирҙәргә 35-се ҙур ылауын оҙатты

Баймаҡ районы махсус хәрби операция яугирҙәренә даими ярҙам күрһәтә. Бөгөн улар берҙәм көс менән йыйылған 35-се ҙур гуманитар ылауын оҙатты.

Баймаҡ районы махсус хәрби операция яугирҙәренә даими ярҙам күрһәтә. Бөгөн улар берҙәм көс менән йыйылған 35-се ҙур гуманитар ылауын оҙатты. Улар араһында “Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү” үҙәге тарафынан әҙерләнгән ике машина ебәрелде. Шулай уҡ берҙәм көс менән тупланған маскировкалау селтәрҙәре, быҡтырылған ит, вакуумлы пакеттарҙа былау, йылы кейемдәр, тәмле күстәнәстәр ҙә бар ине. Госпиталдәргә айырым гуманитар ярҙам тупланды. Красный Луч ҡалаһы уҡыусыларына һәм балалар баҡсаһына айырым бүләктәр оҙатылды.
Гуманитар ярҙамды район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙе оҙатып барасаҡ.

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас