Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Февраль , 20:10

Яугирҙәр иҫтәлегенә

Ул башҡа мемориалдарҙан айырылып тора. Сөнки уны төҙөүгә финанс ярҙамды ситтән түгел, ә ауылдың патриот ир-егеттәре күрһәтте.

Бөгөн Темәс ауылында тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә арнап стела асыу тантанаһы үтте.

Сараның төп маҡсаты- батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү, тылда һәм хәрби хәрәкәттәр зонаһында булғандарҙың берҙәмлеген күрһәтеү.
Стела асыу сараһында МХО-ла ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм яҡындары, саҡырылған ҡунаҡтар һәм ауылдаштар ҡатнашты. Патриотик рухта һуғарылған тантаналы сара башҡорт халыҡ көйө «Урал» менән асылды (Мәүлит Арыҫланов һәм Камил Фәйзуллин башҡарыуында).
Сарала Баймаҡ район хакимиәте башлығының социаль-иҡтисади һорауҙар буйынса урынбаҫары Фәнил Рамил улы Нәҙерғолов, Темәс ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова, Темәс ауылы депутаты Фәнүзә Абдрахман ҡыҙы Йосопова, МХО-ла батырҙарса һәләк булған Николай Осиповтың әсәһе Илгизә Фазлетдин ҡыҙы Осипова рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ Баймаҡ районының "Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәге директоры, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ринат Сабитов ҡатнашты.  Баймаҡ районы махсус хәрби ветерандары ассоциацияһы председателе, махсус хәрби операция ветераны Әсҡәт Әхмәр улы Йосопов был стеланың башҡа мемориалдарҙан айырылып тороуы, сөнки уны төҙөүгә финанс ярҙамды ситтән түгел, ә ауылыбыҙҙың патриот ир-егеттәре күрһәтте тигәнде һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Стела асыу тантанаһында ҡатнашҡан ҡунаҡтарға Темәс сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Камил Фәйзуллин Артур Ғәҙелшин ижад иткән «Башҡортостан егеттәре» исемле патриотик йырын бүләк итте.
Ауылдың имам-хатибы Әғзәм ағай Ғәзизов батырҙарса һәләк булған ҡаһарман егеттәрҙең рухтарына ҡөръән аяттары бағышланы.
Тантана һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу һәм стелаға сәскәләр һалыу менән тамамланды .
Темәстә асылған стеланың асылыуы районыбыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды. Был иҫтәлекле урын хәҙерге һәм киләсәк быуындар өсөн тарихи хәтерҙе һаҡлау үҙәгенә әйләнәсәк.

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас