Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Февраль , 09:07

Батыр хөрмәтенә ярыш

Әбделкәрим ауылы мәктәбе спортзалында яу яланында йәшләй генә батырҙарса һәләк булған Ғәбитов Марсель Фирғәт улы иҫтәлегенә спорт ярышы үтте.

Әбделкәрим ауылы мәктәбе спортзалында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, яу яланында йәшләй генә батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Ғәбитов Марсель Фирғәт улы иҫтәлегенә спорт ярыштары үткәрелде.
Сараны үткәреүнен төп бағымсылары Марсель Фирғәт улының ғаиләhе булды.
Көнө буйы барған волейбол, теннис, шашка, шахмат ярыштарында 8 команда сәмләнеп уйнанылар.
???? Йәштәр араһында волейбол ярышы нәтижәләре:
1 се урын - Юлдыбай ауылы командаһы ;????????⚽
2 се урын - Әбделкәрим ауылы командаһы ;????⚽
3 се урын - Матрай ауылы командаһы ;????⚽
Ветерандар араһында :
1 се урын - Матрай ауылы командаһы ;????????⚽
2 се урын - Юлдыбай ауылы командаһы ;????⚽
3 се урын - Ишморза ауылы командаһы .????⚽
Ошо изге Рамаҙан айында ауылыбыҙҙың батыр йөрәкле егетен иҫкә алып һәм уның яҡты иҫтәлегенә арнап үткәрелгән спорт ярыштарын ойоштороусыларға,ҡатнашыусыларға барыһына ла һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Марсельдын яҡындарына сабырлыҡ теләп, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ ????
Батыр егет беҙҙең йөрәктәрҙә!!!

Батыр хөрмәтенә ярыш
Батыр хөрмәтенә ярыш
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас